Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев – Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте булдырған «Белем. Премия» наградаһы лауреаты. Яҡташыбыҙ «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» өлкәһендә белем биреүгә индергән өлөшө өсөн билдәләнгән.
Бүләкләү тантанаһы 27 февралдә Мәскәүҙең «Рәсәй» милли үҙәгендә уҙған. Нәбиевҡа каучуктан яһалған кубокты – көс һәм ныҡлыҡ билдәһен Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырған.
«Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры ҡулынан награда алыу – оло мәртәбә», – тип яҙған блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"