Йәмғиәт
1 Март 2025, 08:30

Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!

Гүзәл Мирошниченко ҡотлау сәләмен еткерҙе

Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!
Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!

Өфө ҡалаһының Профсоюздар йортонда сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт күрһәткән эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың төбәк-ара VI cъезы ойошторолдо. Гүзәл заттарыбыҙ оборона һәм авиация сәнәғәтендә, автомобиль һәм машина төҙөлөшө сәнәғәтендә тир түгә. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ҡатындары ла саҡырылғайны.

Башҡортостан сәнәғәтселәренең профсоюз лидеры Ирина Исламова белдереүенсә, улар йыйынға әҙерлекте күптән башлағас, бөтәһе лә ойошҡан бара. Араларында чиновниктар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, идарасылар ҙа юҡ, ә бөтәһе лә ябай хеҙмәт кешеһе.

– Быйыл – Бөйөк Еңеүҙең 85 йыллығы, ул һәммәбеҙ өсөн дә ҙур байрам , – тип һөйләй Ирина Рифҡәт ҡыҙы. – Йыйында сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ, уны хәл итеү юлдарын ҡарайбыҙ, һәр хәлдә, эштән ял итәбеҙ

Федерация профсоюзының Башҡортостан Республикаһы буйынса рәйесе Гүзәл Мирошниченко барыһына ла ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм былай тине:

– Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, ул ғаилә усағын һүндермәүсе, шул уҡ ваҡытта уларҙа илһөйәрлек көслө, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ярҙамдан өҙмәй.

Бүтән сығыш яһаусылар ҙа гүзәл заттың тормошта тотҡан ролен юғары баһаланы. Сарала республикабыҙҙан тыш илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты, һәр береһе фекерҙәрен еткерҙе.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!
Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!
Рәхмәт Һеҙгә, гүзәл заттар!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас