Республиканың баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Бәхетле бала саҡ», «Изге ҡоймаҡ», «Ҡатын-ҡыҙ бәхете», «Һандыҡ» һәм башҡа уйын программалары менән туғыҙ майҙансыҡ әҙерләгәндәр.
Радий Хәбиров «Бәхетле бала саҡ» майҙансығында барған «Өфө изге эштәр марафоны» акцияһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе баш ҡала уҡыусылары әҙерләгән сувенирҙарҙың береһен һатып алды. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, күргәҙмәне ойоштороусылар мохтаж уҡыусыларға - дарыуҙарға, янғындан зыян күргән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә аҡса йүнәлтергә ниәтләй.
Республика Башлығы «Изге ҡоймаҡ» тематик майҙансығында ла булды, унда абруйлы ҡунаҡтар ҡоймаҡ бешерә һәм уны аукциондан һата, ә йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға тапшырыла. Радий Хәбиров та байрамдың төп һыйын бешерҙе.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Ленин исемендәге майҙанда һырғалаҡты ҡараны. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уны бушлай ҡарай, шулай уҡ конькиҙар прокаты менән файҙалана ала.
-Иҫ киткес байрам, бындай сараларҙың булыуы бик шәп. Республикабыҙҙа бөгөн изге Рамаҙан айының тәүге көнө, бөгөн Масленица ла. Бына ошондай күп милләтле республикала беҙ дуҫ йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе ысын, яҡшы, изгелек тураһында төрлө төшөнсәләр менән дәртләндерәбеҙ, - тип журналистарға тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. – Ҡалаға ҙур рәхмәт - иҫ киткес байрам ойошторҙолар, бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты. Бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, бындай саралар кешеләргә, айырыуса балаларыбыҙға кәрәк.
Фото: “Башинформ”