Йәмғиәт
1 Март 2025, 16:00

Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә

Улар “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнаша

Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрәШаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә

Төркөмөбөҙҙә 8 март байрамы уңайынан ойошторолған конкурсыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы Бәләбәй районының Шаровка ауыл биләмәһе башлығы Ильмира Ильина. Ауылы тип мөкиббән киткән, уны үҫтереүгә, төҙөкләүгә бар тырышлығын һалған етәксе ул. Быларҙың барыһын да ул ,  әлбиттә,  ауылдаштары менән берлектә башҡара.

Ильмира Мәғсүм ҡыҙы – ошо райондың Новоказанка ауылында донъяға килә. Әсәһе ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы депутаты  ла була. Атаһы ябай малсы булып эшләһә лә, бик матур йырлай, бигерәк тә оҙон , моңло йырҙарҙы ярата. Шуға ла ҡыҙ ата-әсәһенең барлыҡ матур сифаттарын үҙенә туплап, бәләкәйҙән һәләтле , әүҙем булып үҫә. Үҙенең хеҙмәт юлын Мочилка ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Башҡортостан мәҙәниәт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, 1998-2007 йылдарҙа Знаменка ауылының мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, методист булып эшләй. Ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтөргә, тормош иптәше менән  ике ул үҫтерергә лә өлгөрә. Артабанғы хеҙмәт юлын йәнә мәктәп, балалар менән бәйләй. Знаменка мәктәбендә Башҡортостан мәҙәниәте, башҡорт теленән дәрестәр алып бара. Белемен камиллаштырыу өҫтөндә лә туҡтауһыҙ эшләй. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Шаровка мәктәбендә уҡытыу менән бер рәттән директор урынбаҫары кеүек яуаплы бурыстарҙы ла үтәй.

Һуңғы йылдарҙа уның иңенә яуаплы вазифа йөкмәтелә. Ильмира Мәғсүм ҡыҙы – Шаровка ауылы биләмәһе башлығы.

-Был вазифаны башҡару еңелдән түгел. Әсәйемдән бирелгән сифаттар: маҡсатыңа  ынтылыу, үҙ көсөңә ышаныу, халыҡҡа кәрәкле булыу эшемдә һәр ваҡыт ярҙам итә. Атайымдан күскән һәләт – йыр-моңға һөйөү ҙә  эшемдә ҙур терәк. Шаровка ауылының үҙешмәкәр коллективы менән  сәхнәлә лә сығыш яһайым. Йыр -моң кешегә ауыр минуттарҙа  таяныс, - тип һөйләне конкурсантыбыҙ.

  Тырышлыҡ бушҡа китмәй.  2023 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, балалар майҙансығы төҙөп ҡуйғандар. Быйыл да был конкурста көс һынайҙар. Былтыр “Хәүефһеҙ ауыл” конкурсында 1-се урын яулап ауыл биләмәһе өсөн 1 миллион һум менән бүләкләнгәндәр. Еңеүҙәр, дипломдар, Почет грамоталары – барыһы ла тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһе.

Әле Ильмира Мәғсүм ҡыҙы Шаровка ауылы халҡы менән ең һыҙғанып “Айыҡ ауыл “ конкурсында ҡатнаша. Сәләмәт тормош алып барыуҙы яҡлаған, эскелекете профилактикалаған саралар туҡталғаны ла юҡ. Муниципаль кимәлдә еңеп, хәҙер республика этабына сыҡҡандар. Ошо көндәрҙә күрше-тирә райондарҙан да ҡунаҡтар саҡырып, Масленица  байрамын уҙғарыу ҙа ошо конкурсҡа ярашлы ойошторолған. Ҡыш тамамланып яҙ башланған осорҙа уҙғарылған сара быйыл айырыуса йәнле үткән. Йырлап-бейеп, тәмле ҡоймаҡ ашап, ҡайнар сәй эсеп.  олоһо ла, кесеһе лә яҡшы кәйеф алған. Халыҡты ошондай сараларға  ылыҡтырыу  айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итә, насар ғәҙәттәрҙән  аралай.

Халҡының ихтирамын тойоп эшләгән, һәр сараның уртаһында ҡайнаған конкурсантыбыҙ Ильмира Ильинаға беҙҙең конкурста ла уңыштар яуларға яҙһын.

Фото: Ильмира Ильина архивынан.

Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Шаровка ауылы башлығы йәнтөйәген күтәрә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас