Йәмғиәт
2 Март 2025, 11:40

Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне

Районда һәр йыл башында үткән йылға йомғаҡ яһау, иң-иңдәрҙе билдәләү, танылған шәхестәрҙе саҡырып, уңыштарҙы уртаҡлашыу матур йолаға әйләнгән.

Был юлы ла сараға исемдәре киң билдәле шәхестәр саҡырылған. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында РСФСР-ҙың  атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,  БР Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Абушахманов, уның улы - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов, шул уҡ театрҙың директоры Ишҡол ауылында тыуып үҫкән Иршат Фәйзуллин, билдәле артистар Рөстәм Шаһыбалов, Дамир Тайыпов, Айгөл Әсәҙуллина, шағирәләр Зөлфирә Ҡарағужина, Фәнүзә Биктимерова,  Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы йәмәғәт ойошмаһы һәм  «Башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы — Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы Ғәле Әхтәр улы Хәсәнов, табиптар - медицина фәндәре кандидаты Альберт Марсель улы Мирхәйҙәров, Танһыҡ Ренат улы Мәһәҙиев, “Күреү оҫтаһы” оптика селтәрҙәре хужаһы Динар Шәһиев һәм башҡалар бар ине. Тантаналы йыйылышҡа саҡырылыусылар район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтың муниципаль район хакимиәтенең 2024 йылдағы эшмәкәрлеге, ирешелгән уңыштары, өлгәшелгән һөҙөмтәләре тураһындағы докладын тыңланы.

Илдар Таһир улының райондың бөтә тармаҡтар буйынса өлгәшелгәндәре хаҡында экранда сағылған һандар, йәнле фотоһүрәттәр менән ентекле сығышы йылы ҡабул ителде. Башлыҡ әйтеүенсә, районда МХО-ға 15 партия гуманитар ылау ебәрелгән. Был 28 берәмек автотехника, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, күҙәтеү приборҙары тигән һүҙ.

Әбйәлил районы республикала урындағы үҙидара эшмәкәрлеге буйынса 2-се урынға сыҡҡан. Төбәктә 150 яңы эш урыны будырылған. Һөнәри бәйгеләрҙә лә яҡташтарым һынатмаған. Юлиә Муллағәлләмова ҡатын-ҡыҙ директор исеменә лайыҡ булған. Етем балаларға йәшәү өсөн 20 урын хәстәрләнгән. Биш йәш ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителгән. Йыл ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, уңышты ла мул ғына йыйып алғандар.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары буйынса куратор Хәлил Рәхмәтуллин әбйәлилдәргә республика наградаларын тапшырҙы. Әлхәм Ханнан улы Солтанов Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар емешле хеҙмәте, үҫеп килгән быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ташбулат урта мәктәбе директоры Басир Зәйтүновҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исеме бирелде. Гусев ауылы старостаһы Марсель Зиннәт улы Мәғәфуров Муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конгресының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.  Наилә Валерий ҡыҙы Ғәйнуллинаға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Илгиз Мазһар улы Сәлимйәновҡа Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының Маҡтау ҡағыҙы бирелде.

Оҙаҡ йылдар “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләп хаҡлы ялға киткән Самат Исҡужа улы Фәйзуллин 75 йәшлек юбилейы уңайынан күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы һәм район хакимәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң яҡшылар араһында үҙем тамамлаған Ишҡол урта мәктәбе коллективын (директоры – Азат Махийәнов) күреү һөйөндөрҙө. Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы  – “Красная Башкирия” (етәксеһе – Рәил Фәхрисламов).

Ҡаҙмаш ауылынан Ансар Тәхәүтдинов ғаиләһенең шәхси хужалығында күпләп һыйыр малдары, ҡош-ҡорттар аҫырала. Шәхси хужалыҡ башлығы ҡатыны менән бергә ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ете баланан бишәүһе ғаиләле, икәүһе мәктәптә уҡый. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Тәхәүтдиновтар ғаиләһе иң уңған, тырыш ғаилә тип билдәләнде. Рауил ауылынан Гөлсинә һәм Заһир Баһрановтар  ғаиләһе лә иң яҡшылар иҫәбендә.

Иң яҡшы комбайнсы – Айҙар Ирназаров, быҙау ҡараусы – Гөлсинә Салауатова, һауынсы – Зөлфиә Мөхәмәҙиева, мал ҡараусы – Сәғәҙей Һибәтов, ветеринар – Фирүзә Зәйнәғәбдинова, урман хужалығы тармағында иң яҡшы эшләүсе тип Сабит Хөббөтдинов табылды. Яҡшы уҡытыусы исеменә Таңһылыу Ғайсина лайыҡ булды. Иң яҡшы табип – Әлфиә Сабитова, фельдшер – Зөлхизә Исҡаҡова. Районды спорт, мәҙәниәт буйынса танытыусы Йәмил Аҡмурзин, Гүзәл Әсәҙуллина ла алҡыштарға күмелде. Тантаналы йыйылыш матур концерт менән тамамланды.

Сәмләнеп, дәртләнеп аяҡ баҫҡан әбйәлилдәр яңы йылға. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын тип теләй улар барыһы ла.

Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Әбйәлилдәр уңғандарҙы тәбрикләне
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас