Йәмғиәт
3 Март 2025, 02:00

Ҡар яуыуы көтөлә

Аҙна башында республикала көндәр һалҡынса торасаҡ.

Ҡар яуыуы көтөләҠар яуыуы көтөлә
Ҡар яуыуы көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 3 мартта республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә 10-15 градус, урыны менән 18, -23, көндөҙ -2, -7 градус.

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр.

Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -12, -14, ситтә -18, -20, көндөҙ -3, -5 градус.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас