Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылынан Тамара Малбаева өлгө булырлыҡ уңышлы гүзәл заттарыбыҙҙың береһе. Ул район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын ғына етәкләп ҡалмай, саңғыла йөрөү, йөҙөү менән шөғөлләнә, сәйәхәт итергә ярата.
Тамара Рәшит ҡыҙы Көйөргәҙе районы Үрге Мотал ауылында 1949 йылда яҡты донъяға килә. Үҙҙәренең ауылында башланғыс мәктәпте бөтөрә. Урта белемде Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан 1-се интернат-мәктәбендә ала. Сәнғәткә ғашиҡ үткер һүҙле ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының культура-ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә һәм бик уңышлы тамамлай.
Икенсе курста уҡып йөрөгән ваҡытта, класташы, ошо уҡ уҡыу йортоноң бейеү бүлеге студенты Фәнир Саҙретдин улы менән тормош ҡоралар.
Йәш белгестәрҙе юлланма буйынса Стәрлебаш район мәҙәниәт һарайына эшкә ебәрәләр. Тамара Рәшит ҡыҙы директор вазифаһын башҡара һәм үҙе һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Ситтән тороп Силәбе ҡалаһындағы мәҙәниәт институтын тамамлай. Стәрлебаш районында Мәҙәниәт һарайы директоры, мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара. 80-се йылдарҙа тыуған Күмертау районына күсеп ҡайтҡас, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүен дауам итә. Күмертау ҡалаһында мәҙәниәт бүлеген етәкләй, шул уҡ ваҡытта Күмерселәр һарайында башҡорт халыҡ театрында режиссер вазифаһын башҡарып, бик матур һәм йөкмәткеле спектаклдәр сығара.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Башҡортостан радиоһында Күмертау һәм Көйөргәҙе районы буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. Уның үҙенсәлекле, моңло тауышын бөтә республика кимәлендә лә яратып тыңлайҙар. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарыуы менән айырылып тора. Һәр ваҡыт хөрмәткә, маҡтауҙарға лайыҡ була. 2004 йылдың 17 февралендә, үҙенең тыуған көнөндә Башҡоростандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан Почет грамотаһы алыу бәхетенә лә ирешә.
Мөхәббәт емештәре - Лилиә, Айгөл, Лиана ҡыҙҙары, тормош һуҡмаҡтарын табып, үҙ аллы тормош көтәләр. Барыһы ла юғары белемле, әсәләренә оҡшап, аш-һыуға, ҡул эштәренә маһирҙар. Тамара Рәшит ҡыҙы баҡса эштәрен дә еренә еткереп, яратып, күңел йылыһы биреп башҡара. Емеш-еләк үҫтерә, ә йәй көндәрендә ишек алды аллы-гөллө сәскәләр менән тула.
Әлеге көндә лә тынғы белмәй Тамара Рәшит ҡыҙы. Көйөргәҙе районы ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй. Район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Көйөргәҙе ағинәйҙәренең “Алтын тирмә”, “Бәхетнамә” телевизион тапшырыуҙарына саҡырылыуҙары был турала үҙе һөйләй. Район, республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙарҙан ситтә ҡалмай. “Көмөш йәш” проекты буйынса, тормош иптәше менән, Минск ҡалаһына барып бик ҡәнәғәт булып ҡайттылар.
Тамара Рәшит ҡыҙының Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа”, “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” , “Кинйә Арыҫланға 300 йыл” миҙалдары менән бүләкләнеүе, уның башҡарған эштәренең эш һөҙөмтәләре булып тора.
Тамара Малбаеваға һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ. “Башҡортостан” гәзите уҙғарған конкурста ла уға уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Тамара Малбаева арихивынан.