Йәмғиәт
4 Март 2025, 14:15

"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"

Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ""Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең, ғалимдарҙың, аграрийҙарҙың, инженерҙарҙың, эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең һәм башҡа белгестәрҙең ҡаҙаныштары орден-миҙалдар, почетлы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Яҙҙың тәүге көндәрендә һеҙҙе ҡотлау һәм дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн йыйылдыҡ. 8 Март байрамы алдынан һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы билдәләү айырыуса ҡыуаныслы. Был залда атҡаҙанған кешеләр, билдәле белгестәр, төрлө һөнәр һәм тармаҡ вәкилдәре – сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, идарасылар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, аграрийҙар, инженерҙар, эшселәр, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм республикабыҙ йәшәй һәм үҫешә торған бик күп башҡа талантлы, намыҫлы эшсәндәр йыйылған, – тине Радий Хәбиров.

Ул ҡайһы бер бүләкләнеүселәр тураһында һөйләп үтте.

Республикала билдәле табип Әлфиә Ғәлим ҡыҙы Ящук 40 йылдан ашыу ғүмерҙәр ҡотҡара, патологияһы булған йөклө ҡатындарға ярҙам итә. Уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Әлфиә Ғәлим ҡыҙының ғилми тикшеренеүҙәре профессионалдар араһында киң билдәле. Ул Рәсәй һәм сит ил медиктары менән тәжрибә уртаҡлаша.

Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Игорь Васильевич Александров – фәнебеҙҙең ғорурлығы, наноструктур материалдарҙы өйрәнеүсе танылған тикшеренеүсе. Ул материалдарҙы өйрәнеү ғилеме өлкәһендә донъяның иң яҡшы 100 ғалимы иҫәбенә инә. Уның мәҡәләләре һәм монографиялары ҙур танылыу яулаған, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт институты профессоры Илдар Мәхмүт улы Солтанов тынлы музыка ҡоралдары өсөн милли репертуарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә. Уның уҡыусылары бөгөн билдәле симфоник оркестрҙар, ижади коллективтар артистары, Рәсәй музыка уҡыу йорттары педагогтары булды. Илдар Мәхмүт улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Бөгөн шулай уҡ “Витязь” машиналар эшләү компанияһының генераль директоры Ирек Наил улы Арыҫлановҡа “Рәсәй Федерацияһының оборона-сәнәғәт комплексының атҡаҙанған хеҙмәткәре” билдәһе тапшырылды. Етәксегә юғары исем биреүҙе предприятие коллективының хеҙмәтенә лайыҡлы баһа тип иҫәпләргә мөмкин. МХО башланғандан алып ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар яңы хәрби продукция сығарыуҙы үҙләштерҙе, етештереү күләмен арттырҙы.

– Беҙ һеҙҙең менән ҡатмарлы ваҡытта йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Рәсәй яугирҙәре, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция барышында ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ә беҙ һеҙҙең менән улар өсөн ышаныслы тыл, ҡеүәтле терәк булдыҡ. Һеҙҙең барығыҙға ла ватансылыҡ, берҙәмлек өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәте өсөн көсөргәнешле ижади хеҙмәте өсөн,– тине ул. – Тап һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ ышаныслы рәүештә алға барабыҙ. Инвестициялар йәлеп итәбеҙ. Яңы производстволар асабыҙ, эш урындары булдырабыҙ. Бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Беҙҙең ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек, эшегеҙҙә, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Рәхмәт!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
"Һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ"
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас