8 Март уңайынан "Бәйләнештә"ге төркөмдә иғлан ителгән конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы Фирҙәүес Шәрәфетдинова тураһында әллә күпме матур, йылы һүҙҙәр яҙырға булыр ине. Йәрмәкәй районында тыуып үҫеп, ғүмер буйы йәнтөйәгенә хеҙмәт иткән, тыуған еренә кәрәкле булып йәшәгән замандаштарыбыҙҙың береһе ул.
Заманында ауыл хужалығы тармағында ла хеҙмәт итә. Бөгөн Йәштәр үҙәгендә кассир булып эшләй.
Яҡташтары уның бик әүҙем рәүештә махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Тәүге ярҙамын йылы ойоҡбаштар бәйләүҙән башлай. Аҙаҡ маскировка селтәре үреү эшенә ҡушыла. Ошо маҡсатта районда ирекмәндәр клубы ойошторолған.
Йәрмәкәй районында алты филиал булдырылған. Ошо алты филиалда ике йыл эсендә 22 мең квадрат метрҙан ашыу ҙурлыҡта маскировка селтәре үреп егеттәргә ебәргәндәр.
- Яугирҙәргә ярҙам итке килде. Изге эштән ситтә ҡалғы килмәне. Мин генә түгел, барыбыҙ ҙа бында тырышып эшләй, – тине ул.
Маскировка селтәрҙәрен үрергә ял көнөндә йөрөй. Материалдың ситен еп менән нығытыу кеүек ҡайһы бер эште өйөнә алып ҡайтып эшләй. Күберәк эшләнһен тип, төнгө сәғәт 2-ләргә тиклем ултырған саҡтары ла аҙ булмай конкурсантыбыҙҙың.
Фирҙәүес ханымдың тырыш хужабикә булыуы тураһында ла белдек. Уның өйө һәр ваҡыт бөхтә, таҙа, гөлдәр үҫтерергә ярата, баҡсаһында яратып эшләй. Ике ул тәрбиәләгән, уларға юғары белем алырға ярҙам иткән бәхетле әсәй ҙә ул.
Тағы ла бер матур сифаты һоҡландырҙы конкурсантыбыҙҙың. Ул оло йәштәге әсәһен ҡарап, матур итеп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡан.
Изгелекле, үҙ эшенә яуаплы, ихтирамлы Фирҙәүес Шәрәфетдиноваға яҡты матур киләсәк, һәр башланғысында уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Фирҙәүес Шәрәфетдинова архивынан.