Йәмғиәт
4 Март 2025, 14:00

Патриотик булмаған сәйәсәт. “Пруфы” Башҡортостан халҡының хистәре менән уйнай

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районы суды “Пруфы” нәшерсеһе Рәүфә Рәхимоваға власты һәм йәмғиәтте хөрмәт итмәгәне өсөн 30 мең һум күләмендә штраф һалды. Бындай ваҡиғалар ошо киң мәғлүмәт сараһы һәм уға нигеҙ һалыусының тормошонда ғәҙәти күренешкә әйләнде. Быға тиклем Рәхимоваға һәм уның баҫмаһына армияны дискредитациялағаны, фейктар таратҡаны өсөн штраф һалынғайны. Рәүфә Рәхимова был эштә Башҡортостан етәкселеген һәм властарҙың күрһәтмәһе буйынса эш иткән суд системаһы вәкилдәрен ғәйепләй. Әммә дәлилдәр киреһен раҫлай.

Патриотик булмаған сәйәсәт. “Пруфы” Башҡортостан халҡының хистәре менән уйнайПатриотик булмаған сәйәсәт. “Пруфы” Башҡортостан халҡының хистәре менән уйнай
Патриотик булмаған сәйәсәт. “Пруфы” Башҡортостан халҡының хистәре менән уйнай

Законға ярашлы штраф һалғандар
Һуңғы айҙарҙа Рәхимоваға һәм уның баҫмаһына административ эштәр буйынса бер-бер артлы бер нисә штраф һалынды. Мәҫәлән, 2024 йылдың 4 октябрендә Өфөнөң Киров район суды Рәүфә Рәхимованы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.3.3-сө статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таныны (“Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен ҡулланыуҙы дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡ ғәмәлдәр”) һәм уға 30 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләне. Шул уҡ йылдың ноябрендә Өфөнөң Совет район суды “Азат медиа” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына (“Пруфы” нәшерсеһе) Рәсәй ҡануниәтен боҙған өсөн 200 мең һум күләмендә административ штраф һалды. Бынан тыш, суд был медиаресурстың баш мөхәрриренә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратҡаны өсөн 60 мең һум штраф һала. БР Юғары суды элек ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы.

Традиция буйынса медиаменеджер “бойондороҡһоҙ” киң мәғлүмәт сараларын эҙәрлекләүҙә төбәк властарын һәм Радий Хәбиров хакимиәтенең туранан-тура күрһәтмәһе буйынса эшләгән суд системаһы вәкилдәрен ғәйепләргә маташа. Әммә был хәл менән таныш булған эксперттар сәбәпте икенсе төрлө күрә: МХО шарттарында федераль үҙәктең күрһәтмәләре ил эсендә сәйәси хәүефте бөтөрөүгә йүнәлтелгән. 2024 йылдың ғинуарында Баймаҡтағы тәртипһеҙлектәр кеүек законһыҙ ғәмәлдәргә халыҡты мобилизациялап, милли сәйәсәтте ҡаҡшатырға маташҡан Рәхимова кеүек акторҙар сәйәси система тарафынан илдең именлегенә хәүеф булараҡ ҡарала. Рәсәй Президенты Владимир Путин, Федераль именлек хеҙмәтенең коллегияһында сығыш яһап, “экстремизм һәм терроризмға ҡаршы тәүәккәл көрәшергә, йәмғиәтебеҙҙе айырырға һәм тарҡатырға, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре араһындағы берҙәмлекте юҡҡа сығарырға маташыуға юл ҡуймау мөһим” тине. Дәүләт башлығы бындай ынтылыштарҙы “Рәсәйгә, беҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләткә, һөжүм итеү юлдарының береһе” тип атаны.

Башҡортостандың элекке президентының һеңлекәшенең баҫмаларының медиасәйәсәтенең күптәнге тарихы бар. Мортаза Рәхимов отставкаға киткәндән һуң ул ойошторған “ПроУфу” баҫмаһы шунда уҡ ғәмәлдәге власты тәнҡитләй башлай, Рәхимовтың идара итеү ваҡытын маҡтай. Күрәһең, “Урал” фонды эшен мәғлүмәт менән тәьмин итеү өсөн яуаплы булған, “йоғонтоло заттан” вәкил шул саҡта уҡ үҙен көслө тип иҫәпләүҙәрен теләгән.

Республиканың элекке етәксеһе Рөстәм Хәмитов һәм уның хакимиәте, Бабай менән бәхәскә инергә теләмәйенсә, Рәхимовтар ғаиләһе менән диалог булдырырға маташа. Рәхимовтар иһә, башҡорт халҡының яҙмышы тураһында “хәстәрлек күрәбеҙ” тип, агрессив позиция биләй. Күҙәтеүселәр иһә бөтөнләй икенсе, прозаик сәбәпте атай: республика Яғыулыҡ-энергетика комплексын һатыуҙан алынған аҡсаны (2,5 миллиард доллар) һаҡлап ҡалыу өсөн улар үҙҙәрен шулай тотҡан. Был аҡса “Урал” хәйриә фондында була.

Күп осраҡта Рәүфә Рәхимованың тырышлығы менән властарға һөжүм итеү өсөн “Башҡорт халҡының конгресы” милли ойошмаһы булдырыла, ә “ПроУфу” редакцияһы Хәмитов хакимиәте тарафынан “рәнйетелгәндәрҙе” йәлеп итеү майҙансығына әйләнә. Был Хәмитов хакимиәтен көсөргәнештә тоторға һәм федераль властарҙың дәғүәләренән ситләшергә мөмкинлек бирә. Хәүеф нигеҙле булып сыға: “Башнефть” компанияһын “Система” акционерҙар финанс корпорацияһына һатыу буйынса килешеүҙе өҙөп, аҡсаны дәүләткә ҡайтарырға ҡушалар.

Амбициялар арҡаһында кешеләр зыян күрә
2018 йылда Башҡортостанға Радий Хәбировтың идара итеү командаһы килеү менән тарих йәнә ҡабатлана. Төбәк властары Рәхимова менән конфликтҡа инергә теләмәй. Ошо хәл менән таныш сығанаҡтарҙың фекеренсә, Рәүфә Рәхимова тыныслығын тиҙ арала юғалта һәм ҡабаттан республика власына ҡаршы оппозицияға китә. Рәхимованың мәғлүмәт сығанаҡтары күпкә ҡатыраҡ эшләй башлай, ә МХО башланғас, ошо эшмәкәрлек көс блогының федераль вәкилдәрен борсоуға һала.

Аналитиктар фекеренсә, Рәхимованың медиаструктуралары Баймаҡ ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашҡас, федералдар түҙемлеген бөтөнләй юғалта. Шул уҡ ваҡытта 80-дән ашыу кеше, шул иҫәптән Башҡортостандың төпкөл ауылдарынан күп балалы атайҙар енәйәт эштәрендә фигурант тип табылды. Был, һис шикһеҙ, провокацион интернет-ресурстарҙың ҡаҙанышы. Ҡайһы бер башҡорт йәмәғәтселәренең хоҡуҡ һаҡлау системаһын “улар – ни бары ябай ауыл кешеләре” тип ышандырырға маташыуы уңыш килтермәй. Баймаҡ ваҡиғаларында ҡатнашҡан кешеләр етди сроктар ала (4-7 йыл), әммә протестарҙы ойоштороусылар язанан ҡасып ҡотола. Ғәйепләнеүселәр полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаты һөжүм иткән өсөн ҡулға алынды – законы шундай. Ошо кешеләрҙең яҙмыштары өсөн яуаплылыҡ Рәүфә Рәхимованың медиаресурстарында ла ята.

Рәхимованың милли үҙаңға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тырышыуына ҡарамаҫтан, ябай башҡорттар уны яҡлап акциялар ойошторорға ашыҡмай. Күрәһең, улар башҡаларҙың сәйәси амбицияларын тормошҡа ашырыу сараһы ғына булыуын аңлай.

Мифтарҙы тарҡатабыҙ
Рәүфә Рәхимованың медиаресурстары туҡтап ҡалмайынса, йәшерен манипуляциялар ярҙамында Баймаҡ ваҡиғалары тураһында ялған стереотиптар һәм фейктар булдырыуҙы дауам итә. Улар үҙҙәре уйлап сығарған мифтарҙы дөрөҫлөккә һанай.

1-се миф. Мортаза Рәхимов ваҡытында Баймаҡ ваҡиғалары булмаҫ ине
Ысынбарлыҡ.
Бындай раҫлауҙар республика тарихындағы факттарға тап килмәй. Рәхимовтың этнократик режимы үҙен федераль үҙәккә ҡаршы ҡуйырға тырышып ҡына ҡалмай, ә оппоненттарын әүҙем юҡ итә. Төбәк властары тарафынан “Титан” радиостанцияһы, “Вечерний Нефтекамск” һәм “Отечество” гәзиттәре эҙәрлекләнә. Оппозиция гәзиттәре баш мөхәррирҙәре йыш ҡына уйлап сығарылған сәбәптәр буйынса енәйәт эштәрендә фигурант була.

Күптәр 2004 йылдың декабрендә – Бабай дәүерендә – Благовещен һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙе күпләп ҡулға алыуҙы һәм туҡмауҙы хәтерләй. Сәбәбе – 2004 йылдың 8 декабрендә булған инцидент. Ул ваҡытта урындағы өс иҫерек бизнесменды миллиционерҙар ҡулға алырға маташҡанда, тегеләр әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Күп тә үтмәй, уларға 50-гә яҡын кеше ҡушыла, милиция нарядын туҡмай. Һөҙөмтәлә бер нисә хеҙмәткәрҙе дауаханаға оҙатырға тура килә. Яуап итеп ҡалала Благовещен ҡала-район эске эштәр бүлеге һәм ОМОН-дың шәхси составы ҡатнашлығында “профилактик саралар” үткәрелә, ябай граждандар ҡаты рәүештә ҡулға алына. Ошо тарих асыу һәм ҙур йәмәғәт резонансы тыуҙыра. Был эште Эске эштәр министрлығының үҙәк аппаратынан комиссия тикшерергә мәжбүр була, һөҙөмтәлә операция барышында 1000-гә яҡын кешенең зыян күреүе асыҡлана. Политологтар фекеренсә, туҡмауҙың реаль сәбәптәренең береһе булып 2003 йылдағы һайлауҙарҙа Благовещендың Мортаза Рәхимов кандидатураһына ҡаршы тауыш биргән ҡалалар иҫәбендә булыуы тора.

“Пруфы” таратҡан тағы бер уйҙырма – Рәхимов президент булған йылдарҙа республиканың һәм Урал аръяғының иҡтисади именлеге. Әммә республикаға етәкселек итеү осороноң аҙағында Мортаза Рәхимов, күп кенә республика активтарын федераль структураларға бушлай тиерлек биреп, республиканың киләсәгенә йоғонто яһай. “Башнефть” компанияһынан тыш, һүҙ “ПОЛИЭФ”, “Каустик”, “Сода”, “Башкирэнерго”, “Башинформсвязь” һәм башҡа компаниялар тураһында бара. Урал аръяғына килгәндә, аграр территориялар, башлыса башҡорт халҡы йәшәгән биләмәләр, социаль-иҡтисади йәһәттән депрессив тип таныла. Бындай асыҡтан-асыҡ һығымта 2008 йылда абруйлы академик М.Н. Иҫәнбаев етәкселегендәге ғалимдар төркөмө тарафынан эшләнә. Баймаҡ районында тыуып үҫкән, һуғыштан һуңғы быуын кешеһе Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙең аҙағында республикалағы “башҡорт райондары” аяныслы хәлдә булыуын танырға батырлыҡ таба, Урал аръяғы проблемаларын артабан тикшереүгә нигеҙ һала.

2010 йылда Рәхимов отставкаға киткәндән һуң, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында социаль процестарҙың кире динамикаһы туҡтап ҡалмай. Рөстәм Хәмитов етәкселеге осороноң аҙағына Урал аръяғында локаль протестар көсәйгәндән-көсәйә бара. Үҙ хәленән һәм бигерәк тә ер аҫтынан сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлегенән, ошондай компанияларҙың байтаҡ өлөшө тәбиғәт байлыҡтарын талауынан ҡәнәғәт булмаған ауыл халҡы йыш ҡына “Башҡорт”* милләтсел ойошмаһы йоғонтоһона эләгә башлай. Һуңынан ул экстремистик ойошма тип таныла.

Радий Хәбиров башланғысы менән республикала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолғандан һуң ғына был өлкәләге хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә алды. Шулай итеп, “суверенитет” тип аталған йылдарҙа барлыҡҡа килгән депрессив социаль-иҡтисади фон Урал аръяғы халҡының бер өлөшөн ҡырҡа сәйәсиләштереүгә булышлыҡ итә. Рәхимов вазифаһынан киткәндән һуң унда көсәйгән кире ижтимағи процестар, асылда, Баймаҡтағы фажиғәле ваҡиғаларға килтергән төп сәбәптәрҙең береһе булып тора.

2-се миф. Радий Хәбиров “Башҡорт” башҡорт йәмәғәт ойошмаһын* һәм Фаил Алсыновты** эҙәрлекләүҙә төп инициатор булып тора
Ысынбарлыҡ.
“Пруфы” төрлө манипуляциялар юлы менән ошо фекерҙе үҙ уҡыусыларында формалаштырырға ынтылды, әммә ысынбарлыҡта эште БР буйынса Эске эштәр министрлығының “Э” үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойоштора. Алсыновтың** адвокаты был хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Әммә бында Радий Хәбировтың үҙенең һәр төрлө этномилләтселеккә ҡаршы булыуын бер нисә тапҡыр асыҡтан-асыҡ белдереүен танырға ла кәрәк.

“Пруфы” манипуляцияһының тағы бер миҫалы. Нәшриәт халыҡты “Башҡорт”* ойошмаһын экстремистик тип таныу 2020 йылда, Ҡуштауҙы һаҡлаусылар лагерын көсһөҙләндереү өсөн Хәбиров хакимиәте тарафынан башланды, тип ышандыра. Ысынбарлыҡта шул ваҡытҡа ҡарай уҡ илдең суверенитетын нығытыу һәм этносепаратистик хәүефкә ҡаршы көрәш идеологияһы Рәсәй Федерацияһының эске сәйәси көн тәртибенең төп трендтарының береһенә әйләнә. Деструктив көстәргә ҡарата бындай процестар күп төбәктәрҙә параллель рәүештә барҙы. Мәҫәлән, күрше Татарстанда 2021 йылдың башында республика прокуроры Бөтә татар йәмәғәт үҙәген (БТЙҮ)*** тыйыу һәм уны экстремистик ойошма тип таныу тураһында дәғүә белдерә. 2022 йылда Татарстандың Юғары суды был ҡарарҙы ҡабул итә, шунан һуң ойошма лидеры Рәсәйҙән китә.

3-сө миф. Төбәк властары “Пруфы”ға ҡарата судтар ойоштора
Ысынбарлыҡ.
МХО фонындағы Баймаҡ ваҡиғалары, тәү сиратта, федераль етәкселектә, шул иҫәптән көс блогы вәкилдәрендә ҙур борсолоу тыуҙыра. Дағстандағы ваҡиғалар ҙа Федераль үҙәк сәйәсәтенә йоғонто яһаған һәм Кремлдә етди борсолоу тыуҙырған етди сәбәптәр булып тора. Атап әйткәндә, 2024 йылдың июнендә Махачкалала һәм Дербентта ҡораллы кешеләрҙең синагогаларға, сиркәүҙәргә һәм ДПС постарына бер нисә тапҡыр һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә 22 кеше һәләк була. Был – 2023 йылдың октябрендә Махачкала аэропортында палестин-израиль конфликты киҫкенләшкән фонда булған ошондай уҡ сыуалыштарҙың ҡабатланыуы ул.

Сығанаҡтар раҫлауынса, ошо сәбәп менән ил етәкселеге бындай рецидивтарҙы булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларына баҫым яһарға ҡарар итә. Баймаҡ эше фигуранттарына оҙайлы сроктар бирелеүе лә тап ошоноң менән аңлатыла. Баймаҡ протестарында ҡатнашҡан өсөн ҡулға алынғандар ике тапҡыр бәхетһеҙлеккә осрай: тәүҙә улар Фаилды** тыуған еренең экологик яҡлаусыһы булараҡ хөкөм итәләр тип иҫәпләп, Алсыновтың** ялған хәбәрҙәренә ышана. Шул уҡ ваҡытта енәйәт эше милләт-ара дошманлыҡ тыуҙырғаны өсөн ҡуҙғатылған була. Икенсе тапҡырҙа Дағстандағы инциденттарҙан һуң, федераль кимәлдә ошондай хәлдәр ваҡытында закондың бөтә ҡатылығы буйынса яуап бирергә ҡарар ителә, сөнки системанан тыш процестар ҡабатлана башлай.

Ошо фонда төбәктәге ижтимағи-сәйәси хәлде ҡаҡшатҡан дәүләткә ҡарамаған киң мәғлүмәт сараларына ҡарата саралар күрелә. Шуға ҡарамаҫтан, Рәүфә Рәхимова үҙенең аудиторияһын республика судтары, прокуратураһы һәм Эске эштәр министрлығы “Хәбиров һәм Бадранов указы буйынса” эш итә тип ышандырыуын дауам итә.

Федераль кимәлдә төбәктәрҙәге хәлде күҙәтеү буйынса һөҙөмтәле үҙәктәр бар. Улар “Пруфы” селтәрендәге идеологик контенттың 80 проценты тиерлек сит илдәрҙән күҙәтелгән ресурстарҙың, мәҫәлән, “Аспекты – Башҡортостан”дың һәм сит ил агенты Руслан Ғәббәсовтың**** телеграм-каналдарының пропагандаһына тап килеүен күрә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары РФ конституцион ҡоролошона янаған “Свободные медиа” ойошмаһының эшмәкәрлеген сикләү өсөн законлы мөмкинлектәргә эйә. Махсус хәрби операция һәм Рәсәйҙең коллектив Көнбайышҡа ҡаршы тороуы фонында бындай мөмкинлек көндән-көн реаль йүнәлеш ала.

Рәүфә Рәхимова үҙенең ресурстарында ғәҙеллек тураһында күп фекер йөрөтә. Әгәр был уның өсөн буш һүҙ булмаһа, ул, намыҫы ҡушыуы буйынса, Баймаҡ эше фигуранттары һәм уларҙың яҡындары алдында боҙолған яҙмыштары һәм төрмәлә үткәргән йылдары өсөн ғәфү үтенһә булыр ине. Һәм республика халҡының хистәре менән манипуляциялауҙы туҡтатырға ваҡыт. Башҡорт халҡы суд тарафынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыусы тип танылған медиаменеджерҙар һәм уларҙың партнерҙары ҡулында “уйынсыҡ” булыуҙан күпкә яҡшыраҡ яҙмышҡа лайыҡ.

* – 2020 йылдың 22 майында БР Юғары суды ҡарары менән “Башҡорт” ойошмаһы экстремистик ойошма тип танылды һәм уның эшмәкәрлеге Рәсәй территорияһында тыйылды.
** – Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
*** – ойошма Рәсәйҙә экстремистик тип танылған, уның эшмәкәрлеге тыйылған.
**** – Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән, РФ Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип танылған.

Рафаил АМАНОВ.

Автор:
Читайте нас