Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хеҙмәт эшмәкәрлегенә яраҡлаштырыу буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеү үтәсәк. 7 март “Уңыш эстафетаһы”на ярашлы “Инвалидтарҙың хеҙмәт эшмәкәрлегенә яраҡлашыуы” темаһына опен-ток уҙа.
Сарала инклюзив эшкә урынлашыу үҙенсәлектәре, инвалидтың яңы эш урынында нисек яраҡлашыуы һәм уға ниндәй технологиялар ярҙам итеүе хаҡында һүҙ барасаҡ. Спикерҙар ролендә төрлө инвалидлыҡ төрҙәре булғандар, шулай уҡ коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.
Ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлеү талап ителә (https://leader-id.ru/events/545262).
Трансляция 7 мартта АСИ төркөмөндә алып барыла (https://vk.com/asi_openforall).
Шуны билдәләп үтәйек: инвалид йәштәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн “Уңыш эстафетаһы” федераль социаль программаһын “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” социаль технологиялар үҙәге Башҡортостан Республикаһының Стратегик башланғыстар агентлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында үткәрә.
Мәғлүмәт: https://vk.com/mgazetarb?w=wall-34533585_106699