Матур йола буйынса, байрам алдынан “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан сараға МХО яугирҙәренең әсәләре һәм ҡатындары, күп балалы әсәләр, һөнәрендә, сәйәсәттә, эшҡыуарлыҡта, фәндә, сәнғәткә ҙур уңышҡа өлгәшкән гүзәл зат вәкилдәре саҡырылды.
– Был иҫ киткес яҙғы байрам үҙендә матурлыҡ һәм мөхәббәт, изгелек һәм наҙлылыҡты, һөйкөмлөлөк һәм аҡыллылыҡты сағылдыра, – тине Радий Хәбиров, республиканың бөтә ҡатын-ҡыҙҙарын ҡотлап. – Һеҙ донъяға яңы тормош бүләк итәһегеҙ. Үҙегеҙҙе бала тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ. Ижадта, изге эштәрҙә, хәйриәлектә күрһәтәһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ һөнәрҙәрҙә уңыштарға өлгәшәһегеҙ, төбәкте үҫтереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Республика Башлығы легендар актриса, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваны шәхсән үҙе сәләмләне. 73 йыл элек ул театр сәхнәһендә эшләй башлай. Бөгөн дә Сәүиә Ғимаҙи ҡыҙы үҙенең сағыу таланты менән тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итә.
– Бөгөн беҙҙең менән данлыҡлы балерина Гөлсинә Мәүлекәсова. Ул студент сағынан беҙҙең опера һәм балет театрының балет труппаһында сығыш яһай башлаған, әле иһә республиканың төп балетмейстеры. Залда шулай уҡ күренекле ғалим, академик һәм профессор Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова – илдең популяция һәм медицина генетикаһы өлкәһендәге алдынғы белгестәренең береһе. Уның хеҙмәттәре ғилми берләшмәлә яҡшы билдәле. Эльза Камил ҡыҙы һәм уның уҡыусылары – генетикабыҙҙың ғорурлығы, – тип ул тантананың абруйлы ҡунаҡтары менән таныштырҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар Ватаныбыҙ яҙмышы өсөн һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ тоя. Ир-егеттәр Тыуған илебеҙҙе яҡлауға баҫҡас, ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп, уларға ныҡлы терәк булды. Бөгөн бөтә республика буйынса меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ яугирҙәр өсөн посылкалар йыя, окоп шәмдәре ҡойа, маскировка селтәрҙәре үрә, йылы әйберҙәр бәйләй һәм тегә, гуманитар йөктәр булдырыуҙа ҡатнаша.
– Беҙ ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарға, хәрби хеҙмәткәрҙәр, уларҙың яҡындары, айырыуса һуғышта һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күргәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Йәрәхәтләнгәндәрҙе дауаханала тәрбиәләгән, реабилитация үтергә, сафҡа баҫырға ярҙам иткән табип-ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һәм шәфҡәт туташтарына айырым рәхмәт. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәр отрядын булдырып, яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләү өсөн уларҙы илдә беренселәрҙән булып фронтҡа ебәрҙе. 56 ҡатын-ҡыҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә хеҙмәт иткән дә инде, – тине ул.
Радий Фәрит улы республиканан сыҡҡан Рәсәй Геройҙары тураһында һөйләне. Уларҙың әсәләре һәм ҡатындары ла байрамға саҡырылған ине, уларҙы зал алҡышлап ҡаршы алды. Бынан тыш республика етәксеһе Башҡортостандың алдынғы ғаиләләре тураһында һөйләне. Араларында дүртешәр малайын МХО-ға ебәргән Архангел районынан Рәмилә Бәширова һәм Дәүләкән районынан Наталья Иванова бар. Шулай уҡ Борайҙан 30 йыл тәрбиәсе булып эшләгән Земфира Зайруллинаға туҡталды. Уның ике улы ла хәрби һөнәрен һайлаған һәм бөгөн илде һаҡлай. Шулай уҡ ғаилә башлығы ла улдары артынан алғы һыҙыҡҡа юлланған. Ә Благовещенда йәшәгән Вәхит Вәлиев менән Ирина Вервельская 29 бала тәрбиәләй. Уларҙың өсәүһе үҙҙәренеке, икәүһе уллыҡҡа алынған һәм ҡалғандары тәрбиәгә алынған. Ғаиләлә 13 туй гөрләгән, бер-нисә йорт һалынған. Туғыҙ бала вуздарҙа һәм колледждарҙа белем ала. Ә ғаилә башлығы – МХО-ла. Һәм улар ише ғаиләләр, был усаҡты яндырып тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә бик күп!