Йәмғиәт
6 Март 2025, 04:00

Яҙмыш Айһылыуҙы һынауын дауам итә

"Дуҫтар, бөтөнләй юғалдым. Әле хәлдәр шулайыраҡ"... - тип яҙа Айһылыу. 

Яҙмыш Айһылыуҙы һынауын дауам итәЯҙмыш Айһылыуҙы һынауын дауам итә
Яҙмыш Айһылыуҙы һынауын дауам итә

Белорет ҡыҙы Айһылыу Шәһивәлиеваның яҙмышын күптәр борсолоп күҙәтә. Ул насар сир менән көрәшә һәм уны сит илдә дауалау өсөн республика халҡы дәррәү рәүештә 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйғайны. Бер айҙан ул Төркиәгә операцияға барҙы, әммә анализдары насар булыу сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Шулай уҡ йыл аҙағында уның сирле аяғын ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне. Ә йыл башында ул йәнә бер операция кисерҙе – йомортҡалыҡтарынан шеш алдырҙы. Һәм бына ошо көндәрҙә ул хәлен белдереп социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

“Дуҫтар, бөтөнләй юғалдым. Әле хәлдәр шулайыраҡ. Операциянан һуң йөйҙәрҙе (шовтарҙы) алдылар, УЗИ үттем, табиптар барыһы ла тәртиптә тине. Һуңғы ике көндө дауаханала үткәрҙек, моргҡа тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе артынан йөрөнөк. Әлегә аныҡ диагноз ҡуя алманылар, шуға материалдарҙы Мәскәүгә ебәрҙеләр. Әлегә барыһын да өйрәнәләр, ә мин бүлексә мөдиренә барам. Уның менән химия терапияһын үткәреү мөмкинлеге тураһында һөйләшкем килә. Рөхсәт бирерҙәр тип ышанам. Онколог менән консультация ваҡытында ул был мәсьәләне бүлек мөдире менән хәл итергә тигән ине. 10 мартта КТ үтәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эсемде ҡырҡҡандан һуң тегелгән урын ҙур булды һәм был урындар ауыртыу тыуҙыра”, – тип яҙҙы Айһылыу.

Яҙмыш йәш әсәне һынауын дауам итә. Беҙ Айһылыуға сирен еңеп сығырлыҡ көс теләйбеҙ!

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас