Йәмғиәт
7 Март 2025, 03:00

Ҡар яуыуын дауам итә

Төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа.

Ҡар яуыуын дауам итәҠар яуыуын дауам итә
Ҡар яуыуын дауам итә

Календарҙа яҙ айы булһа ла, ҡыш китергә ашыҡмай. Бөгөн һәм иртәгә республикала ҡар яуыуы дауам итә.

Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн, 7 мартта аяҙлы болотло һауа торошо. Бер аҙ ҡар яуа, урыны менән уртаса. Ел көньяҡтан уртаса. Һауа температураһы  -7, -12°, көндөҙ 0, -5 градус тәшкил итә.

Шәмбе, 8 мартта, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел ярайһы уҡ һиҙелерлек - секундына 9-14 метрға тиклем, көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә  -7, -12°, көндөҙ 0,-5 градус тәшкил итә.

Халыҡ һынамыштарына килгәндә, 7 мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.

Фото: Интертат

Автор:Карима Усманова
Читайте нас