Йәмғиәт
7 Март 2025, 02:00

Кемгә - байрам, кемгә хайран булып ҡуймаһын...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы байрам рейдтары хаҡында иҫкәртә.

Кемгә - байрам, кемгә хайран булып ҡуймаһын...Кемгә - байрам, кемгә хайран булып ҡуймаһын...
Кемгә - байрам, кемгә хайран булып ҡуймаһын...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы байрам рейдтары хаҡында иҫкәртәләр. Был юлы «Айыҡ водитель» рейдтары биш көн, 6 марттан 10-на тиклем үткәрелә, тип хәбәр итә республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

«Төп бурыс – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау, шулай уҡ байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫерек водителдәрҙе асыҡлау», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Юлда ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8 347 279-32-92. 

Әйткәндәй, 8 март байрамы алдынан республиканың күпселек ҡала һәм район үҙәктәрендә руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға гөлләмә бүләк итеү күренеше күптән инде изге йолаға әйләнгән. 

Шуға күрә байрам көндәрендә юлдарҙа һаҡ булығыҙ, кемгәләлер яҙҙың тәүге сәскәләре эләгеүе мөмкин, ә икенселәргә ... штрафт ҡағыҙы.

Фото: "Осҡон" гәзите

Кемгә - байрам, кемгә хайран булып ҡуймаһын...
Кемгә - байрам, кемгә хайран булып ҡуймаһын...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас