Йәмғиәт
8 Март 2025, 04:00

Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?

8 Март – беҙҙең өсөн, гүйә, яҙҙың тәүге хәбәрсеһе. Шуның өсөн дә ул беҙгә ҡәҙерле һәм танһыҡ. Байрамыбыҙға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә бихисап икән. 

Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?
Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?

Һағынып көткән яҙыбыҙҙың тәүге билдәһе булған 8 Март та етте! Байрамдың тарихы әллә ҡасанғы, үткән быуаттағы социаль, хатта сәйәси ваҡиғаларға барып тоташһа ла, беҙҙең илдә ул – иң көтөлгән, шатлыҡҡа, өмөт-хыялдарға күмелгән матур, яҡты байрам. 8 Март – беҙҙең өсөн, гүйә, яҙҙың тәүге хәбәрсеһе. Шуның өсөн дә ул беҙгә ҡәҙерле һәм танһыҡ. Байрамыбыҙға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә бихисап икән.

* Иң ҡыҙығы: Боронғо Римда уҡ гүзәл затты ҡотлар өсөн айырым көн булған. Ирҙәр хәләл ефеттәренә бүләк эшләгән, ә тотҡондағы ҡатын-ҡыҙҙар тотош көнгә ял алған.

* 1914 йылдың 8 Мартында “Работница” журналының беренсе һаны сыҡҡан. Бер быуаттан ашыу баҫма – элек СССР, унан Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының яратып уҡыған матбуғат сараһы булған, 2024 йылда ғына сығыуҙан туҡтаған.

* 1910 йылдың 8 Мартында француз осоусыһы Элиз де Ларош донъялағы беренсе ҡатын-ҡыҙ пилот дәрәжәһенә өлгәшкән һәм аэропланға идара итеүгә хоҡуҡ биргән лицензияға эйә булған.

* Японияла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итмәйҙәр, шулай булһа ла, унда тотош март буйы тиерлек нәфис затҡа ҡағылышлы махсус көндәр бар икән: Ҡурсаҡтар байрамы, Шафталан (персик) сәскә атҡан көн, Бәләкәй ҡыҙҙар көнө.

* Һиндостанда 8 Мартта Буяуҙар көнөн үткәрәләр, ә ҡатын-ҡыҙға айырым хәрмәт күрһәтеү ваҡыты – октябрь айында, һәм ул тотош 10 көн дауам итә.

* Португалияла ҡатын-ҡыҙҙар 8 Мартты әхирәттәре менән генә билдәләй, ир-атҡа ундай кисәләргә инеү тыйыла. Уларға ҡатындарының, яратҡан ҡыҙҙарының сығымдарын түләргә генә ҡала.

* Мадагаскарҙа 8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә ял көнө.

* Ҡытайҙа 8 Март байрамын билдәләһәләр ҙә, ял бирелмәй, ул эш көнө.

* СССР-ҙа ла 8 Март шунда уҡ ял көнө булып китмәгән, баҡһаң. Байрам булған, әммә гүзәл затты берәү ҙә эшкә йөрөүҙән азат итмәгән. Тик 1965 йылдың 8 майында, Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығы алдынан ғына, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы ял көнө тип иғлан ителә. Шулай итеп, беренсе 8 Март ялы 1966 йылға тура килә.

* 8 Мартҡа иң күп бүләк ителгән сәскә – ләлә. Был нәфис сәскә яҙ етеп килеүен хәбәр иткән матур билдә булып һанала, шулай бит!

* Хәҙер 8 Март донъяның 30-ҙан ашыу илендә рәсми рәүештә байрам булып һанала.

Әйткәндәй, һүрәттәр араһында 1986 йылда СССР-ҙа байрам хөрмәтенә эшләнгән асылманы күрәһегеҙ, күбегеҙ хәтерләйҙер ҙә әле) 

Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?
Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?
Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?
Бөгөнгө байрам нисек барлыҡҡа килгән?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас