Тиҙ генә ҡыш китергә ашыҡмай, көндәр йәнә һыуыта.
Бөгөн, 9 мартта, Башҡортостанда -9, -14 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә, аяҙытҡанда 20 градус һыуыҡ буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә. Көндөҙ һәм төндә ҡар яуыуы ихтимал, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә ел иҫәсәк, көньяҡ-көнбайыштан - секундына 7-12 метр. Шулай уҡ юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе күҙаллана.
Өфөләрҙе аяҙлы-болотло һауа торошо көтә, епшек ҡар яуыуы һәм буран сығыуы ихтимал, юлдарҙа - көрт һәм боҙлауыҡ.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Автор фотоһы.