Яҙ байрамы алдынан матур булырға теләгән ҡатындың ғүмере өҙөлә. Пациент ҡорһағындағы майҙы кәметер өсөн Ғабдулла Амантай урамында урынлашҡан үҙәккә абдоминопластикаға яҙыла. Процедура 136 меңгә төшкән, ә операцияны баш табип үҙе башҡара. Ике көндән ҡатын эҙемтәләрҙән – үпкә артерияһы эмболияһынан вафат була.
Тикшереү шуны күрһәтә: табиптар пациентҡа операцияға ике көн алдан тромб барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә торған дарыуҙарҙы бирмәгән. Бер көндән һуң ғына, ҡатын ныҡлап ауырып киткәс, иҫтәренә төшкән, әммә һуң булған.
Суд «ЭндоМед» компанияһына Фирүзәнең иренә лә, ҡыҙына ла берәр миллион һум түләргә ҡарар сығара.
Етәксе үҙ вазифаһынан баш тартып, хәҙер ябай хирург булып эшләй.
Әйткәндәй, былтыр Санкт-Петербург ҡалаһында 44 йәшлек Анна липосакция яһатҡандан һуң вафат булыуы тураһында ла хәбәр иткән инек.
Операция өҫтөленә ятырҙан алдан уның аҙағы нисек тамамланыуы хаҡында ла бер аҙ уйланһын ине ҡатын-ҡыҙҙар. Матур булам тип... мәңгелеккә күҙегеҙҙе йоморға тура килмәһен.
Фото: телеграм