Йәмғиәт
10 Март 2025, 04:00

Йөрәк йылыһы барыһына ла етә

Таһировтар үҙҙәре тәрбиәгә алған балалар хаҡында шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләүенән үк уларҙы яҡын итеүе, яратыуы күренеп тора. Ҡасандыр ата–әсә һөйөүөнән мәхрүм булған сабыйҙарға ысын ата–әсә һөйөүөнән дә ҡәҙерлерәк тағы нимә бар һуң?!

Йөрәк йылыһы барыһына ла етәЙөрәк йылыһы барыһына ла етә
Йөрәк йылыһы барыһына ла етә

Халҡыбыҙҙың “тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй” тигән тапҡыр әйтемен һәр кем яҡшы беләлер. Баланы табып, уны ҡарамай, сабыйҙың тәүге көндәренән үк баш тартыусылар йәки әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеп, аҙаҡ балалар йортона тапшырғандар ҙа арабыҙҙа юҡ түгел.

Шуныһы ҡыуаныслы–ата–әсә наҙынан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙарҙы үҙ ҡанатына алған, йөрәк йылыһын өләшкән, ситләтмәй, ҡыйырһытмай, үҙенекеләй күреп, матур тәрбиә биргән ғаиләләр байтаҡ. Тормош һынауҙарына ташланған балаларҙы үҙ ҡосағына алып, бар йөрәктән уларға наҙ һәм һөйөү бүләк иткән ғаиләләр ысын күңелдән хөрмәткә, иғтибарға лайыҡ. Кемдер үҙ балаларын ҡарамай, әсә–ҡыҙҙы, атай улды белмәгән заманда, тот та сит баланы үҙ тәрбиәңә алырға йөрьят ит әле?!

Уларҙың сит балалар булмай, тип әйтеүҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Әгәр ҙә һин алдан ныҡлы ҡарарға килеп, шундай яуаплы аҙымға барғанһың икән, тимәк, һин ул бала яҙмышын, киләсәген үҙ ҡулыңа алғанһың, һәм уның өсөн һин яуап бирергә тейешһең, Бөгөн беҙ 8 Март байрамы алдынан шундай оло аҙымға барған, ташланған балаларға әсәлек наҙын тигеҙ өләшкән, атай һөйөүен бүләк иткән ғаиләләрҙең береһе менән таныштырырға булдыҡ. Улар–Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән Зөлфирә һәм Рәмис Таһировтар. Улар үҙҙәренең өс балаһы янына тағы ла ике ҡыҙҙы, бер улды һыйындырырға көс тапҡан.

Бәхеттәрен тыуған ерендә тапҡан Таһировтар бер–береһен тәү күргәндә үк ғашиҡ була. Ете йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер–бер артлы ҡыҙҙары һәм ике улдары донъяға килә. Ғаилә башлығы төпсөк бала булғанлыҡтан ата нигеҙен ташламай, ҡәйнә һәм ҡайнылары менән бергә йәшәй. Зөлфирә Рауил ҡыҙы күрше Йомағужа ауылындағы урта мәктәпкә йөрөп балаларға белем бирһә, ире үҙ эшен асып, фермерлыҡҡа тотона.

–Ҡайным менән ҡәйнәмдең икеһе лә ауылда бик абруйлы һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр. Ҡайным оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһе башлығы булып эшләне, ҡәйнәм ауыл мәҙәниәт йорто директоры булды. Алдынғы ҡарашлы, киң күңелле кешеләр, бер ваҡытта ла беҙҙең йорттан кеше өҙөлмәне. Иремдең эшселәре лә миҙгелле сәсеү һәм урып–йыйыу мәлдәрендә беҙҙә ҡалыр инеләр. Күмәкләшеп бергәләп татыу һәм берҙәм йәшәнек. Кесе улыбыҙға 10 йәш тулғас, тағы ла бәпәй алыу тураһында хыяллана башланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығым ҡушмау сәбәпле, беҙҙең уйыбыҙ тормошҡа ашманы. Шул саҡта үҙемдең күптән уйлап йөрөгән теләгемде Рәмискә еткерҙем: ул да булһа тәрбиәгә бала алыу ине. Ирем риза булғас, был хаҡта ҡайны–ҡәйнәләргә, балаларға ла әйттек. Бер тауыштан барыһы ла риза булды. Бигерәк тә бәләкәй улыбыҙ ныҡ шатланды, миңә иптәшкә малай алығыҙ, тине. Кәрәкле документтар йыйыу башланды, махсус курстарға йөрөнөк, төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапай торғас, ниһайәт барыһы ла артта ҡалған кеүек булған ине... Ҡапыл ҡайныбыҙ вафат булып китте, был мәсьәлә бер аҙ артҡы планға күскән кеүек тә тойолдо. Көтмәгәндә, район опека бүлегенән шылтыратыу булды, улар өс туған ағалы–һеңлеле балалар булыуы хаҡында әйттеләр, фотоларын ебәрҙеләр. Беҙ тәүҙә бер бала алырбыҙ тип уйлаған инек, бер туғандарҙы айырмайбыҙ, алһағыҙ өсөһөн дә бергә, тигәстәр күп уйлап торманыҡ, тәүәккәлләнек. Шунда уҡ ҡыҙҙар ҙа, улыбыҙ ҙа күңелгә оҡшаны, нисектер ҡыҙҙарыбыҙҙың икеһе лә миңә оҡшап торған кеүек тойолдо. (йылмая). Барҙыҡ та, шунда уҡ оҡшаттыҡ һәм алып ҡайттыҡ, ул көндә ҡыҙыбыҙ Уралиәнең 18 йәше ине. “Ҡыҙым, юбилейыңа өс туғаныңды алып ҡайттыҡ”,–тинем. Балалар ҙа кескәй туғандарын йылы ҡабул итте, шунда уҡ бер–береһе менән уртаҡ тел тапты. Әле өсәүһе менән мәж килеп донъя көтәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетының 1–се курс студенты, Арыҫлан 10 класта, Арсен етенсе класта, Айгизәр 4–се, Аделина икенсе класта уҡый, Айзидә балалар баҡсаһына йөрөй. Тәүҙә йөҙҙҙәре моңһоу, күҙҙәре бойоҡ булһа, аҡрынлап асылдылар. Шунда уҡ әсәй һәм атай тип өндәштеләр, беҙ ҙә ҡаршы килмәнек. Балалар талантлы булып сыҡты, һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарҙыҡ, әле өсөһө лә йырлай һәм бейей, мәктәптә һәм ауылда үткән концерттарҙа сығыш яһай, беҙ уларға ҡарап һөйөнәбеҙ. Ҡартәсәйҙәренә лә иптәш, ул да үҙенең өләсәйлек тәрбиәһен бирә, ауылдан әсәйем дә килеп етә. Иптәшем әлегә вахта ысулы менән алыҫ Себер тарафтарында эшләй, балалар уның ҡайтҡанын календарҙа һәр көндө һыҙып барып, түҙемһеҙлек менән көтә,–ти оло йөрәкле Зөлфирә ханым.

Таһировтар үҙҙәре тәрбиәгә алған балалар хаҡында шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләүенән үк уларҙы яҡын итеүе, яратыуы күренеп тора. Ҡасандыр ата–әсә һөйөүөнән мәхрүм булған сабыйҙарға ысын ата–әсә һөйөүөнән дә ҡәҙерлерәк тағы нимә бар һуң?!

Әйткәндәй, Зөлфирә Таһирова күптәргә таныш, ул ауыл блогеры, уҡытыусы , йәш яҙыусы һәм әле килеп күп балалы әсәй ҙә.

Фото: ғаилә архивынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас