Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль Советы секретары Владимир Якушев һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше, РФ Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет президиумы ағзаһы Ирина Гусева ҡул ҡуйҙы.
Законды әҙерләү барышында ҙур бәхәс тамамланды: ике кимәлле урындағы үҙидара системаһын һаҡлау йәки бер кимәллегә күсеү.
– Төбәк үҙе уның ниндәй моделдә туҡталыуын һәм артабан нисек эшләүен билдәләйәсәк тигән һығымтаға килдек. Ҡарар нигеҙле. Төбәктәр һаны, ҙурлығы, урындағы үҙидара мәҙәниәте буйынса төрлө. Шуға күрә, бөгөнгө ниндәй практика барлыҡҡа килеүенә ҡарап, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, – тип билдәләне Владимир Якушев.
2021 йылдың декабрендә закон проектын индергәндән һуң, шулай уҡ уны беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң, төбәк хакимиәттәре, округтар, ғилми берләшмә вәкилдәре менән бер нисә йөҙ консультация үткәрелә.
Закон проекты өҫтөндә эшләү барышында бөтәһе меңгә яҡын төҙәтмә ҡаралды, тип билдәләне Ирина Панькина. 2024 йылдың декабрендә Өфөлә үткән X Юбилей Бөтә Рәсәй юридик форумы урындағы үҙидара темаһына арналды.
Төҙәтмәләр ҡабул итеү барышында партияның төбәк бүлексәһе Секретаре урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев депутаттарҙың тәҡдиме менән Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинниковҡа хат ебәрҙе. Мөрәжәғәтендә спикер ауыл советтарының алыҫ райондарҙа йәшәүселәрҙең көндәлек проблемаларын хәл итеүҙә төп роль уйнауын билдәләне. Республикала граждандарҙың власть органдары менән туранан-тура бәйләнешен тәьмин итеүсе 818 ошондай берәмек бар. Был айырыуса халыҡ һаны аҙ булған һәм транспорт менән барыу мөмкинлеге ҡатмарлы булған биләмәләр өсөн мөһим. Шулай итеп, ауыл биләмәләре власы органдары бер нисә уникаль функция үтәй: биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе ойоштороуҙан алып, социаль характерҙағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тиклем. Хәҙерге Рәсәй шарттарында урындағы үҙидараның был кимәлен һаҡлау ауыл ерендә халыҡтың йәшәү сифатын тәьмин итеүҙең мөһим факторҙарының береһе булып тора.
Партия менән Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһының берлектәге эш планында – урындағы үҙидара өлкәһендә РФ ҡануниәтен артабан камиллаштырыу, муниципаль-ара һәм төбәк хеҙмәттәшлеген үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ органдары өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса проект әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, иң яҡшы муниципаль тәжрибәләрҙе өйрәнеү һәм таратыу.
Фото: bashkortostan.er.ru.