Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 08:00

Сибайҙа 100-сө сабый тыуған

Сабыйға Данияр тип исем ҡушҡандар.

Сибайҙа 100-сө сабый тыуған
Сибайҙа 100-сө сабый тыуған

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө бала тыуыу тураһында акт теркәлде. 7 мартта донъяға килгән тәүге сабыйҙарына Алмас Мирхәт улы Гөлнәзирә Рәшит ҡыҙы Дәүләтҡоловтар Данияр тип исем ҡушҡан.

Бәхетле ғаиләгә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре балалары тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ менән бергә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың махсус бүләген дә тапшырған.

Йәш ата-әсә сабыйҙарын “Бала тыуыу” суперсервисы аша теркәй ала.

Был сервис аша баланы ЗАГС бүлегенә бармайынса ла яҙҙыртып була. Шулай уҡ СНИЛС, мотлаҡ медицина страховкаһы һанлы полисын, әсәлек капиталын, бала тыуыуға бәйле пособие һәм льготаларҙы юлларға мөмкин. Электрон рәүештә ғаризалар яҙып хеҙмәттәр алырға була. Мәҫәлән, яңы тыуған баланы йәшәү урынында теркәү, поликлиникаға беркетеү, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша тыуыу тураһында таныҡлыҡ юллап, уны теләгән ЗАГС органына теләгән ваҡытта барып ҡағыҙ рәүешендә ала алаһығыҙ.  

Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: