Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия менән Рәис Ниғмәтуллиндар ураҙаны көтөп ала һәм йыл һайын тоталар. Ғаилә башлығы ауыл мәсетенең иман-хатибы ла. Шуға ла был айҙың мәғәнәһен айырыуса ныҡ аңлайҙар.
- Рамаҙан - "яныу"- тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янғандай юҡҡа сыға. Ураҙа ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә тыйылыу тигән мәғәнәне аңлата.
Был айҙа ниәт итеп, таң атҡандан алып ҡояш батҡанға тиклемге ваҡыт эсендә ураҙаны боҙоусы ғәмәлдәрҙән тыйылып торабыҙ. Аллаһа Тәғәләнең рәхмәтенә ирешәм тип, уның язаһынан ҡурҡып, хәләл булған ризыҡтарҙан тыйылып тора алған кешегә , харамдан тыйылыу тағы ла еңелерәк була.
Ураҙаның мәғәнәһе: нәфсене тыйырға өйрәнеү, таҙарыныу, сафланыу, ас кешенең хәленә кереү. Ураҙа - аҡылға сәләмәт, бәлиғ йәшкә еткән һәм ураҙаны ҡалдырырға бер ниндәй ҙә кисерерлек сәбәп булмаған һәр мосолман өсөн фарыз ғәмәл, – тигән һүҙҙәр ишеттек уларҙан.
Рузалия апай ураҙа мәлендә ниндәй ризыҡ әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә.
- Ураҙала сәхәргә торғанда майлы иттәр, шәрбәтле ризыҡтар ашамаҫҡа тырышырға кәрәк, сөнки улар һыуһата. Мәҫәлән, мин иртәнгелеккә йомортҡа, тары, йә ҡарабоҙай бутҡаһы бешереп ҡуям. Йәшелсә, финик, күрәгә емеш- еләк яҡшы була.
Кискелеккә, ауыҙ асыуға төрөһөн әҙерләйем. Кисә тауыҡ ите менән аш, дөгө бәлеше бешерҙем һәм ҡоймаҡ ҡойҙом.
Ҡоймаҡ рецебы: 500гр йылы һөткә 3 йомортҡа , ярты бал ҡалағы тоҙ, ярты бал ҡалағы аш содаһы,1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 стакан йылы һыу, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушам. Яҡшылап туғылағас, самалап , теләгәнсә он ҡушып бутайым һәм бешерәм. Бик тәмле килеп сыға!Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, ихласлыҡ менән тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Фото : Ниғмәтуллиндарҙан алынды