Үткән йомалағы “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында яҡташыбыҙ Гөлйемеш Иҫәнъюлова (Хәйбуллина) ҡатнашты. Ул тапшырыуҙа рәхәтләнеп башҡортса һөйләп, барлыҡ яҡындарына, туғандарына, коллегаларына сәләм һүҙҙәре тапшырҙы.
“Минең “Мөғжизәләр яланы”нда ҡатнашасағыма ирем аҙаҡҡаса ышанманы”, - тине ул һәм хәләленә лә сәләм юлланы.
Гөлйемеш Барый ҡыҙы – Баймаҡ районының Таһир ауылынан, әлеге көндә Өфө районының Нижегородка ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Яҡташыбыҙ финалға үтмәне, әммә милли кейемдә бик матур сығыш яһап, йырлы-моңло күстәнәстәре, алып барған бүләктәре менән халҡыбыҙҙың талантлы, ҡунаҡсыл, йомарт булыуын тағы бер тапҡыр танытты.
Фотолар: видеонан скриншот.