Йәмғиәт
16 Март 2025, 14:30

Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине

Башҡортостанда 2023 йылда “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы. 

Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен инеУйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине

Башҡортостанда 2023 йылда “Әйҙә, уйнарға!” Бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы. Илебеҙ тарихындағы беренсе бындай фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров ҡарары менән ойошторолдо һәм дүрт көн буйы – 14-17 сентябрҙә барҙы.

Тәү ҡарашҡа ул күңел асыу сараһы ғына тип ҡабул ителеүе мөмкин, әммә форум алдына бик тә аныҡ мәсьәләләр ҡуйылды. Тырышлыҡ балалар тауарҙары сәнәғәтен үҫтереүгә, сифатлы уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары менән таныштырыуға, тармаҡтың артабанғы үҫеш юлдарын билдәләүгә йүнәлтелде. Бала саҡ байрамын – һис һүҙһеҙ, был сараны шулай тип атарға мөмкин – асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров та: “Фестиваль - бик етди сара, сөнки беҙҙең балаларыбыҙҙың нимә уйнатыуы, нисек үҫешеүе бик мөһим. Шуға ла уйынсыҡтар сифатлы, аңлайышлы һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡлы булырға тейеш", – тип билдәләне.

Фестиваль майҙанына фән һәм сәнәғәт, мәғариф һәм ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре йыйылды. Дүрт көн барған форумда уйын мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр үтте, эшлекле бәйләнештәр булдырылды.

Тотош дүрт көнгә баш ҡалабыҙҙың Совет майҙаны ҙур бер уйын майҙанына әүерелде. Бында тематик конкурстар, оҫталыҡ һабаҡтары, спорт ярыштары барҙы, хатта асыҡ балалар студияһы эшләне. Байрам булғас, әлбиттә, уйын-көлкө лә ситтә ҡалманы: кескәйҙәр популяр балалар коллективтарының сығышын ҡарап кинәнде, йәнһүрәт персонаждары менән аралашты. Әлбиттә, уйынсыҡ етештереүселәр ҙур һатыу-күргәҙмә лә ойошторҙо.  Беренсе фестиваль өсөн бында ҡатнашҡан етештереүселәр һаны ла ярайһы ине – 140.

Майҙанда ниндәй генә уйынсыҡтар булманы: хәҙергеләре лә, совет балалары яратып уйнағандары ла, өҫтәл уйындары, китаптар һәм хатта кейемдәр ҙә – бер һүҙ менән әйткәндә, бала саҡ менән бәйле бар нәмә үҙ урынын алды.

Кескәйҙәр өсөн ғәйәт күңелле, мажаралы сәйәхәткә әүерелгән был дүрт көн өлкәндәр өсөн бик эшлекле сара булды, уйынсыҡтар тармағына бәйле күп файҙалы ғәмәлдәр атҡарылды.

Беренсе көндә уйынсыҡтар етештереү тармағында эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатында төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ә “Глобаль үҙгәрештәр осоронда бала һәм уйын” Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы һөҙөмтәһе булып, илдә уйынсыҡ һәм балаларҙы уҡытыуға бәйле саралар етештереүселәрҙең берҙәм реестрын булдырыу тураһында килешелде. Ул балалар баҡсаһын матди-техник яҡтан йыһазландырыу буйынса кәңәштәргә нигеҙләнергә тейеш.

Республика Хөкүмәте Рәсәй уйынсыҡтар сәнәғәтенә булышлыҡ итеү буйынса яңы алымдар ҙа тәҡдим итте, мәҫәлән, уйынсыҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн һынау лабораторияһы, шулай уҡ балалар ойошмалары менән эшләү өсөн яңы федераль стандарт булдырыу, уйындар һәм уйынсыҡтар етештереүҙе ижади сәнәғәт һәм белем иҡтисады тармағына индереү, дуҫ илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү өсөн улар менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Фестивалде ябыу сараһында республика Башлығы: “Беҙ балаларға ни тиклем төрлө уйынсыҡ бар икәнен күрһәтергә теләнек. Балаларыбыҙҙың иң яҡшы, уларҙы яҡшы кешеләр булырға өйрәткән уйынсыҡтар менән уйнауын теләйбеҙ”, – тип форумдың етди маҡсаттарын тағы бер хәтергә төшөрҙө.

Беренсе “Әйҙә уйнарға” фестивален, тәүгә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, уңышлы тип билдәләргә мөмкин. Байрам сараларын 250 мең Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар ҡараны. Һәм фестиваль ХII Russian Event Awards халыҡ-ара ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге премияның “2023 йылда милли ваҡиға” номинацияһында еңеү яуланы.

“Әйҙә уйнарға”ла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ араһында Руфия ХАНОВА ла булды. Ул хәҙер – өс бала әсәһе, ҡыҙы Алтынайға – 7, Искәндәргә – 2 йәш тә 4 ай, Сулпанға – ете ай. Руфия башҡортса һөйләшкән матур милли ҡурсаҡтар эшләй. Уйынсыҡтары ҙур ихтыяж менән файҙалана.

– Фестиваль иҫ киткес күләмле булды. Көн дә осратып булмаған уникаль уйынсыҡтар етештереүсе оҫталар ғына түгел, ҙур магазиндар, бөтөн Рәсәй буйлап уйынсыҡ етешергән эре компаниялар йыйылған ине. Минең өсөн дә ул ифрат файҙалы, мәғлүмәтле булды. Берҙән, һатып алыусыларым менән күҙмә-күҙ аралаштым, фекерҙәрен, тәҡдимдәрен ишеттем. Фестиваль алдынан социаль селтәрҙә был турала яҙып, килергә теләүселәрҙе, әйҙәгеҙ, танышайыҡ, фекер уртаҡлашайыҡ, тип саҡырғайным.

Әҙер ҡурсаҡтарҙы һатып алыусылар ҙа, киләсәктә бүләккә алырмын, тип телефонымды яҙып алып китеүселәр ҙә күп булды. Иң ҡыҙыҡлыһы: минең ҡурсаҡтар тураһында бөтөнләй ишетмәгән, белмәгән кешеләрҙең килеп ҡарап, үҙҙәре өсөн ҙур асыш яһағандай ҡыуаныуҙары.

Радий Фәрит улы майҙанда ҡоролған палаткалар буйлап йөрөгәндә минекенә лә килде, ҡурсаҡтарҙы тотоп ҡарап, һоҡланып торҙо. Был да ҙур иҫтәлек булып ҡалды.

Ҡыҙым менән улымды ла алып барғайным. 5 йәшлек ҡыҙым ихласлап төрлө майҙансыҡтарҙағы оҫталыҡ дәрестәрендә йөрөнө, рәхәтләнеп ҡатнашты, бик оҡшатты.

Фестивалдә ҡатнашыуым ҙур тәжрибә булды. Күргәҙмәләргә сығып өйрәнмәгәс ни, унда эште нисек алып барырға икәнен артыҡ белмәй инем. Үҙең һәм эшең менән таныштыра белергә лә кәрәк бит. Ҙур сара бара, майҙансыҡтар күп, кешеләр эргәнән тиҙ генә үтеп китә. Шуға ла мәғлүмәт яҙылған табличка элеп ҡуйыу отошло икән. Ана шундай ваҡ, әммә мөһим деталдәргә өйрәндем. Башҡа уйынсыҡ етештереүселәр менән танышып, һөйләшеп, киләсәккә ниндәйҙер пландар билдәләнде. Икенсе фестивалдә лә ҡыуанып ҡатнашыр инем, – тип һөйләне ул.

Фотоларҙағы фестивалдән күренештәр сараның рәсми төркөмөнән алынды: vk.com/aidaigrat2024?ysclid=m8blollzj4550530616. Руфия Ханова – шәхси архивынан.

 

Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Уйынсыҡтар матур тәрбиә лә бирһен ине
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас