Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына яҙғы таҙартыу эштәрен башларға ҡушты. Был тәү сиратта баш ҡалаға ҡағыла.
– Юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ. Ике көн Мәскәүҙә булдым – унда бөтә урынды йыйыштырып та бөткәндәр. Әлбиттә, беҙҙең климат шарттарын сағыштырыу дөрөҫ түгел – уларҙа әллә ҡасандан ҡар иреп бөткән, газондары ла йәшелләнә башлаған. Тик беҙҙә лә яҙ быйыл бер айға иртәрәк килә. Яңы шарттарға көйләнергә кәрәк. Тәүҙәрәк 1 майға тәртип урынлаштырыу маҡсаты ҡуя инек, ә хәҙер 1 апрелгә йыйыштырып бөтөргә кәрәк. Яҡын арала өмәләр башлағыҙ, кешеләрҙе һәм техниканы сығарығыҙ. Өфө – республиканың баш ҡалаһы, башҡалар тиңләшергә тейеш, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы баш ҡала урамдарында барлыҡҡа килгән ҙур күләүектәрҙе контролдә тоторға ҡушты. Һыу баҫыу булмаһын өсөн уларҙы тиҙ арала юҡҡа сығарырға кәрәк тигән бурыс ҡуйылды.
Бынан тыш республика етәксеһе башҡа муниципалитет башлыҡтарын да “ҡышҡы йоҡонан” сығырға саҡырҙы.
– Ҡышҡы йоҡонан уянырға ваҡыт. Ҡалаларығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Барыһын да аңлайым, яңынан ҡар яуыуы ла ихтимал. Тик барыбер тырышығыҙ, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса икенсе аҙнала уҡ комиссия булдырыла, ул муниципалитеттарҙағы таҙалыҡ һәм тәртипте баһалаясаҡ. Киләһе Хөкүмәт ултырышында иң ауыр осраҡтар тикшереләсәк.