Сауҙагәр Федор Чижовтың боронғо йорто бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бер корпусы булараҡ хеҙмәт итә. Тап ошонда өй эйәһен күргәндәр, тип хәбәр итә “Электрогазета”.
Баҫма билдәләүенсә, ниндәйҙер ҡиммәткә эйә һәр боронғо бинаның үҙенең өй эйәһе – хужаның йәки хужабикәнең, уларҙың олатаһының йәки өләсәһенең йәне булырға тейеш. Чижовтың йорто был йәһәттән өлөшлө: унда тыныс, хатта тыйнаҡ ҡына, музыка яратҡан өй эйәһе йәшәй.
Китапаханала оҙаҡ йылдар эшләгән бер хеҙмәткәр ханым һөйләүенсә, уларҙың бүлеге Чижовтың йортона күскән мәлдә үк ул ноталар залындағы кәштәләр араһында аҡ төҫтәге ҡатын-ҡыҙ һынын күргән. Был хәл ҡышын, улар ярым буш бинаға күскән мәлдә, сәғәт киске һигеҙ тирәһендә булған.
“Икенсе сменала килеүселәр аҙ ине. Мин кәштәнән кәрәкле музыкаль әҙәбиәтте эҙләй башланым. Аҫҡы кәштәне ҡарайым тип сүгәләгәйнем, артымда ғына күлдәк ҡыштырлауын ишеттем. Арҡам буйлап һалҡын тир бәреп сыҡты. Әйләнеп ҡараһам, башлыҡ һәм ҡабарып торған оҙон күлдәк кейгән ҡатын үтеп бара. Мин нишләптер тап башлығына ныҡ иғтибар иттем, ул резинкалы һәм әберкәле ине – беҙ бит хәҙер ундайҙы кеймәйбеҙ. Ҡатын аҡ һәм яртылаш үтә күренмәле ине. Минең уға ҡарауымды күреп, тиҙ генә кәштәләр артына инеп юғалды. Ҡурҡтым тип әйтә алмайым, нисектер шомло булды, - тип хәтерләй ул. – Эштән һуң өйгә йыйындым. Кейенеп, бүлмәнән сығып, ишекте бикләнем. Әммә, утты һүндермәнем шикелле тип уйлап, кире асып индем һәм тағы баяғы ҡатынды күрҙем. Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Тағы һинме ни!” тинем. Ул тиҙ генә тағы кәштә артына инеп йәшенде”.
Хеҙмәткәр әйтеүенсә, бындай хәлдәр гел кистәрен ҡабатланған, ә көндөҙ, китапханала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар булғанда, йәғни шау-шыу, кеше күп мәлдә барыһы ла тыныс булған.