Мәҡәлә
Александр Даниловтың “Камиллыҡҡа юл” күргәҙмәһе асылдыОло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләрӨфө гимназияһына яугир ҡыҙын күрергә килгән "Берәй файҙаһы бармы һуң ул ураҙаның?"Яҙғы ташҡын буйынса көнүҙәк мәғлүмәтБалаларының ашарына табыр өсөн эшкә сыҡҡан булған...Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға әҙерлек кәңәшмәһендә ҡатнаштыКүрше ҡаланы һыу баҫҡан Ауыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралдыЯнғынға ҡаршы тороу өсөнДүрт яҡташыбыҙ мәңгелеккә ер аҫтында ҡалдыБалаларға шәп ял урыны булдырыла“Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары“ конкурсы: 25 йыл сифат һағында“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡБизнес-берләшмә вәкилдәре менән асыҡ диалог ойошторола Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...Кәүҙәһен һаман таба алмайҙар Башҡортостан игене Азияға оҙатылаАғиҙел аша күперҙе йүнәтәләр
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
18 Март , 15:20

Бизнес-берләшмә вәкилдәре менән асыҡ диалог ойошторола

25 мартта Иглин районының Мәҙәниәт йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмә үткәрә.

Бизнес-берләшмә вәкилдәре менән асыҡ диалог ойошторола
Бизнес-берләшмә вәкилдәре менән асыҡ диалог ойошторола

Эшҡыуарҙар, үҙмәшғүл граждандар һәм үҙ эшен асырға ниәтләгән кешеләр ҡатнашасаҡ сара сиктәрендә районда бизнес алып барыу шарттарын яҡшыртыу һәм ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләре тикшереләсәк.

– Асыҡ диалог үткәреү – власть өсөн теге йәки был ҡалала йәки районда бизнес нисек йәшәүе тураһында ышаныслы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге. Бындай тура бәйләнеш беҙгә иғтибарҙы бизнесты борсоған мәсьәләләргә йүнәлтергә һәм уларҙы маҡсатлы аудиторияға ҡарап хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров ай һайын бизнес вәкилдәре менән асыҡ осрашыуҙар үткәрергә ҡушты. Ошоға ярашлы тәүге сара 19 февралдә Сибайҙа үтте.

Ҡатнашыусы сифатында теркәлеү өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталындағы анкетаны тултырырға кәрәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: