Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
18 Март , 15:00

Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...

Сәскә үҫтереүҙең серҙәрен өйрәнәйек. Мәҫәлән, петунияға ни өсөн һыуҙы шприц менән ҡойорға кәрәк? Уҡығыҙ.

Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...
Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...

Ишембай районының Алаҡай ауылындағы гүзәл зат ауылдары, клубтары тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелеп ултырһын өсөн әленән тырыша. Ғинуар айында уҡ орлоҡ сәскәндәр, яңыраҡ ауыл клубына йыйылып, үҫентеләрҙе айырым һауыттарға күсереп ултыртҡандар. Быйыл сәскә төрҙәрен тағы ла күберәк сәскәндәр.

– Петунияны бөтә хужабикәләр ҙә үҫтерә алмай, көйһөҙ генә сәскә ул. Орлоғо бик ваҡ булғас, сәскәндә тупраҡты саҡ ҡына тығыҙлап, өҫтөнә ҡар һибәбеҙ, ҡар өҫтөндә орлоҡто ҡуйы итмәй генә сәсеү мөмкинлеге бар. Был сәскә бик нескә, сыҡҡан сағында һабағы ла энә һымаҡ нәҙек була, уны зарарламаҫ өсөн тәүге осорҙа шприц менән генә һыу ҡоябыҙ, - тип һөйләне сәскә үҫтереү оҫталары.

Алаҡай клубында үҫтерелгән сәскәләрҙең бер өлөшө ауыл клубының тирә яғын, парк, балалар майҙансығын матурлау өсөн ҡулланылһа, артҡанын һатып, клуб өсөн кәрәк-яраҡ та алалар.

Фото: “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһынан алынды.

 

Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...
Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...
Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...
Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: