Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт йәшмәһе йорто” музей һәм күргәҙмәләр үҙәге проекты менән танышты.
Башҡортостан етәксеһе был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә хәбәр итте. Музей һәм күргәҙмә үҙәге республиканың мөһим мәҙәни үҙәгенә әүереләсәк. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, үҙәк бер нисә экспозициялар залдарынан торасаҡ. Улар араһында – уникаль археологик табылмаларҙан торған “Башҡортостан хазинаһы”, һынлы сәнғәт әҫәрҙәренән хасил булған “Картиналар галереяһы”, һирәк ҡорал өлгөләренән торған “Ҡоралдар келәте” һәм төбәгебеҙҙең тәбиғәт, мәҙәниәт феномендарын туплаған “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” залы. Бынан тыш, үҙәктә “Күсмә күргәҙмәләр залы”н булдырмаҡсылар. Унда Рәсәйҙең әйҙәүсе музейҙарының ваҡытлыса экспозициялары ҡуйыласаҡ. Үҙәктә “Йәшмә бүлмәһе” буласаҡ. Ул “башҡорт мозаикаһы” техникаһында эшләнгән таштар инсталляцияһынан торасаҡ.
Республика етәксеһе буласаҡ үҙәктең планлы ҡарарҙары менән танышты, экспозициялар өлөшө булған экспонаттарҙы ҡараны. Радий Хәбиров Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына “Йәшмә бүлмәһе”нең аҙаҡҡы концепцияһын күрһәтеү ваҡытын асыҡларға ҡушты. Артабан проект эшләүгә конкурс иғлан ителәсәк, параллель рәүештә йәшмәнән әйберҙәр һатып алыу башланасаҡ.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе музей һәм күргәҙмәләр үҙәгенең күп көс талап итәсәге тураһында белдерҙе.
- Проект бер нисә йылға иҫәпләнгән, ун йылға булыуы ла ихтимал. Берҙәм фекерле рәссамдар коллективы хасил булды, - тине Радий Хәбиров. – “Йәшмә бүлмәһе” 150 квадрат метр тирәһе һәм ошо таштан эшләнгән бина буласаҡ. Алда – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш, әммә беҙ уйланылғанды тормошҡа ашырасаҡбыҙ. “Йәшмә бүлмәһе” республика байлығының ысын хазинаһына әйләнәсәк.
Сығанаҡ, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-oznakomilsya-s-proektom-muzeyno-vystavochnogo-centra-dom-bashkirskoy-yashmy-74821/