Һеҙ дүрт быуын вәкилдәрен күргәнегеҙ бармы? Ысынлап та, бик матур, иҫ китмәле күренеш.
Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе Әмилә Байтурина – бәхетле ейәнсәр ҙә, бүләсәр ҙә. Оло оләсәйе Рәүфә Ғәлимханова ла, өләсәйе Әлфиә Сәғитова икеһе лә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй.
Буш ваҡыттарында Әмилә әсәйе менән өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа барырға ярата, уларға ярҙам итә, яндарында булырға тырыша, яҡындарын бик ныҡ ҡәҙерләйҙәр. Самауыр тирәһендә күмәкләшеп ултырып, сөкөрләшеп, тәмлекәстәр менән сәй эсеүҙе Әмилә айырыуса көтөп ала. Кистәрен инде өләсәйҙәренең ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын, әкиәттәрен тыңлай, кәңәштәренә ҡолаҡ һала.
Сығанаҡ һәм фото: Резеда Мөхәмәтшина, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.