Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
21 Март , 17:00

Экстрасенстар был ҡатынға ла ярҙам итмәгән

Тәүҙә улар Дамирҙың әсәһен тыңлап та тормай киткәйне... Был ҡылыҡтарын нисек аңлатҡандар?  

Экстрасенстар был ҡатынға ла ярҙам итмәгән
Экстрасенстар был ҡатынға ла ярҙам итмәгән

Башҡортостанға “Битва экстрасенсов” тапшырыуы геройҙары килгәне тураһында кисә яҙғайныҡ. Улар Шаран районы ауылдарының береһендә булған аңлайышһыҙ хәлдәрҙе “тикшерергә” килгән имеш. Уларҙың көстәренә ышанған башҡа кешеләр ҙә мөрәжәғәт итеп, ярҙам һорағандары билдәле. Кисә яндарына бер йыл элек улын юғалтҡан Гүзәл Әҙеһәмова барған ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның малайы Дамир былтыр мартта дуҫы Паша менән Ағиҙел йылғаһында юғалды. Йәйгә ҡарай Павелдың кәүҙәһе табылды, ә Дамир тураһында бер хәбәр ҙә юҡ. Шуға улын таба алмай аптыраған әсәй экстрасенстарға мөрәжәғәт итте, тик улар ҡатынды тыңлап та тормай киткән.

Баҡһаң, улар янына башҡа кешеләр ҙә барып мөрәжәғәт итеп ҡараған икән. Бер ҡатын ағаһын табышыуҙа ярҙам һораған, ул ярты йыл элек махсус хәрби операция биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған. Тик экстрасенстар уға ла ярҙам итмәгән.

Тапшырыуҙы төшөрөү төркөмө хеҙмәткәре аңлатыуынса, экстрасенстар бөтәһенә лә ярҙам итә алмай.

– Беҙ ярҙам итә алмайбыҙ, беҙ тапшырыу төшөрөү өсөн килдек. Минең яныма унлап ҡатын килде һәр береһенең үҙ проблемаһы бар, тик беҙ бының өсөн килмәнек, – тигән ул.

Ә һеҙ уларҙың ниндәйҙер көсө бар икәнлегенә ышанаһығыҙмы? 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: