Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
21 Март , 23:00

Әнүәр Нурғәлиев ҡайғылы хәбәр еткерҙе

Был турала ул үҙенең блогында хәбәр иткән.

Әнүәр Нурғәлиев ҡайғылы хәбәр еткерҙе
Әнүәр Нурғәлиев ҡайғылы хәбәр еткерҙе

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең дуҫы, Өфөнән билдәле йырсы Айрат Халиҡовҡа яман шеш диагнозы ҡуйғандар. Әнүәр Нурғәлиев үҙенең блогында аҡса йыйыуҙа ярҙам һорап халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Был тәҡдимде башҡа артистар ҙа күтәреп алған һәм операция яһау өсөн аҡса йыя башлаған.

Айрат Халиҡов сығышы менән Стәрлебаш районынан, Башҡортостандың халыҡ артисы званиеһына лайыҡ. Уның йырҙарын күптәр белә, ярата.

Әлегә йырсы Айрат Халиҡовҡа ҡатыны һәр яҡлап терәк. Күптән түгел артист үҙенең тыуған көнөн билдәләп, һөйәрмәндәренә иғтибары һәм ҡотлауы өсөн рәхмәтен белдерҙе. “Был минең өсөн хәҙер мөһим”, – тип яҙғайны ул.

Автор:
Читайте нас: