Сит илгә ялға барып ҡайтҡан яҡташыбыҙҙы тыуған яғында күңелһеҙ ваҡиға көткән: Өфө аэропортында сәйәхәтсенең багажында крокодил башын тапҡандар.
Ир киптерелгән крокодил башын Таиландтан алып ҡайтҡан. "Йәшел коридор" аша үткәндә уны таможня хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Яҡташыбыҙ сувенирҙы шәхси коллекцияһы өсөн һатып алған булған. Әммә үҙе менән һатып алыу фактын раҫлаған документтары, сертификаты булмаған. Ул бындай предметтар өсөн декларация һәм рөхсәт ҡағыҙы талап ителгәнен белмәгән.
Хәҙер уға штраф һәм конфискация янай.
Аҙаҡ күңелһеҙ хәлгә осрамаҫ өсөн сит илгә барыр алдынан ул илдең ҡағиҙәләре, нимәләр алып сығырға ярай икәнлеге тураһында белешегеҙ.
Фото: телеграм