Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
21 Март , 08:00

Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле

Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.

Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле
Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле

Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һ.б. тиегеҙ.
Китәм - тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һ.б, тиегеҙ, киткәндәр - әхирәт донъяла ята.
Ашап туйҙым - тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һ.б.

Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ - ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә.
Күп һүҙ - һине ау урынына сырмай.
Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.
Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр - йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала.
Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала.
Һүҙҙәрҙең көсө - атомға тиң.

 Әсәй-атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.
Был донъяла берәү ҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәр ҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә.
Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан.

 Насар өйҙә, аслы-туҡлы йәшәгәндәрҙең бәхетлеләре бар, сөнки Аллаһы Тәғәләм уларҙың йөрәктәрен аса.
Был донъяға беҙ эшләнеп бөтмәгән эшебеҙ, аманатыбыҙ өсөн ҡабат тыуғанбыҙ.
Кешелек донъяһы - тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш.
 Мин! - тимәгеҙ, Аллаға шөкөр, тип әйтегеҙ.

(Зәкинә Ханым)

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: