19 март республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрҙе.
Сарала Совет ағзалары, традицион конфессияларҙың дини руханиҙары, йәмәғәт ойошмалары һәм милли-мәҙәни берекмәләр етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибенә махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон һаҡлау мәсьәләләре ҡуйылғайны. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Совет ултырышы мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы һәм православие христиандараның Бөйөк посы осоронда үтә. Төбәк етәксеһе диниҙәргә изге ниәттәр, шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙамға ынтылыш, Ватан хаҡына изге эштәрҙә берҙәмлек теләне.
“Был тәңгәлдә беҙҙең яугирҙәр өлгө күрһәтә – мосолмандар һәм православныйҙар махсус хәрби операция барышында дөйөм йортобоҙ Рәсәй өсөн иңгә-иң терәп һуғыша”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ултырыш темаһының төбәктәге дәүләт социаль сәйәсәтенең иң мөһим аспекттарына ҡағылышлы булыуы тураһында әйтте.
“Быуаттар буйы тыныслыҡта һәм килешеүҙә 150 халыҡ вәкиле йәшәгән Башҡортостан өсөн хәүефкә, милләт-ара һәм дин-ара ыҙғыштарға ҡаршы тороу власть органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының иң мөһим эш йүнәлештәрәнең береһе булырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Көн тәртибенә ярашлы, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәсәт үҫеше буйынса идаралығы етәксеһе Алексей Дербеко алдағы ултырышта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлеше, ә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков интернеттағы фейк хәбәрҙәренә профилактика тураһында һөйләнеләр.
Башҡортостан Башлығы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең республика тормошондағы әһәмиәтен юғары баһаланы.
“Киләһе көҙ Удмурт үҙәген төҙөүҙе тамамлаясаҡбыҙ. Был осраҡта Халыҡтар дуҫлығы йортон төҙөү проектын да әҙерләргә кәрәк. Башҡа тарихи-мәҙәни үҙәктәр булдырыу буйынса пландар ҙа бар”, – тине Радий Хәбиров.
“Башҡортостан мәғлүмәт һөжүмдәре үҙәгендә тора, беҙ быны күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Быға ҡаршы тороу өсөн грамоталы һәм эҙмә-эҙлекле мәғлүмәт сәйәсәте талап ителә”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.