Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
24 Март , 18:45

Әминә Ивний ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!

Сарала олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша

Әминә Ивний ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!
Әминә Ивний ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тыуған көнөн билдәләй. Әйткәндәй, һәр кем өсөн үҙенең тыуған яғы иң матуры һәм иң ҡәҙерлеһе. "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Әминә Ивний ҡыҙы үҙе тыуып үҫкән ауылы тураһында былай тип яҙған:

– "Айыҡ ауыл" - бергә туплаусы һәм рухи күтәрелеш биргән проекттарҙың береһе. Минең тыуған ауылым – Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы конкурстың муниципаль этабында ҡатнашып, еңеү яуланы. Конкурста ҡатнашыу – кешеләрҙе берләштерҙе, яңы проекттар барлыҡҡа килде, ауыл икенсе һулышын кисерә. Сарала олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Ырғыҙлының конкурста еңеүселәрҙең береһе булыуында тамсы ла шигем юҡ.

"Башҡортостан" республика гәзите хеҙмәткәрҙәре лә Әминә Шафиҡованы күркәм юбилейы менән ҡотлай, эшендә уңыштар теләй!

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: