Кисә Өфөнән Ҡытайҙың Хайнань утрауына (Санья ҡалаһы) беренсе тура самолет осто. Был ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Рейстарҙы “Аэрофлот” компанияһы аҙнаһына ике тапҡыр үтәйәсәк.
– Был бик мөһим, яҡшы яңылыҡ. Ҡытай – беҙҙең эшлекле, мөһим партнер. Тимәк туризм да, эшлекле әүҙемлек тә артасаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика өсөн сит илдәргә Өфөнән тура рейстар асыу өҫтөнлөклө йүнәлеш, һәм был эш артабан да дауам итәсәк. Мәҫәлән, 24 апрелдән Батумиға рейстар тергеҙеләсәк, ә 1 июндән Истанбулға өҫтәмә рейстар асыласаҡ. Ҡаҙағстан менән Минск ҡалаһына тура рейстар ебәреү әле эшләнеү өҫтөндә. Халыҡ-ара йүнәлештәр артабан да үҫәсәк.
Фото: "Өфө" аэропорты".