Тәү ҡарашҡа тиҫтерҙәренән бер ни менән дә айырылмаған кеүек күренһә лә, Нуршат Шәриповтың кескәй йөрәгенең изге эштәр башҡарыуына, күңеленең мәрхәмәтле булыуына һоҡланырлыҡ. Бәләкәй ирекмән Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы мәктәбендә беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы ҙур.
Барыһы ла кескәй көтөкәйҙән (көсөк балаһы) башлана. Йәй аҙаҡтарында кемдер көсөк балаларын ташлап киткән була. Малай тағы ике класташы менән шуларға хужа эҙләй. Күрше Исҡужа ауылында йәшәгән бер инәй көтөкәйҙе алырға була һәм малайға хәйер итеп 100 һум аҡса бирә.
Өйөнә лә ҡайтып тормай, аҡсаны тотонмай, малай махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙамға тапшырырға тип Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллинаға килә. Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Нуршаттың ниндәй эш менән килеүен белгәс, малайҙы тағы ла ҡанатландырып ебәрә, ирекмәнлек тураһында һөйләй, кескәй ярҙамдың да яугирҙәр өсөн мөһим икәнлеген аңлата һәм изге эше өсөн рәхмәт белдерә.
Ауыл хакимиәтенән атлап түгел, осоп, ҡанатланып ҡайта ул. Өйгә ине-инмәҫтән әсәһенә үҙ хәбәрен һөйләй: “Әсәй, бөгөн ике изге эш башҡарҙым. Береһе – яңғыҙ ҡалған көтөкәйгә яңы хужа таптым, икенсеһе – яугирҙәргә аҡсалата ярҙам күрһәттем”.
Әсәһе Нурия Әхәт ҡыҙы ла улының был аҙымын хуплай, уның арҡаһынан ҡағып, яратып, улы менән ғорурланыуын белдерә.
Артабан Нуршат өсөн изге эштәр башҡарыу көндәлек ғәмәлдәргә әйләнә. Аятта йә иһә ҡартсәләре биргән аҡсаһын йыйып барып, шунда уҡ ауыл хакимиәте башлығына яугирҙәргә ебәреү өсөн тапшырһынмы, әсәһенән интернет-магазиндан дронға ҡаршы плащ һатып алдыртһынмы, яуҙа йөрәгән ағай-олатайҙарына тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, хаттар яҙһынмы – барыһын да ҙур теләк менән башҡара. Хатта иптәштәренә өлгө күрһәтә, хәҙер улар ҙа Нуршат кеүек яугирҙәргә ярҙам итергә теләй.
Нурия һәм Нур Шәриповтарҙың ишле ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Радмир менән Рушан ағалары Норильск ҡалаһында эшләһә, Мәҙинә апайы Сибай гимназия-интернатында белем ала. Ҡустыһы Данилға дүрт йәш. Былтыр көҙ көнө Нурия Әхәт ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.
— Нуршат улымдың бар башланғысын хуплап торабыҙ, кәрәк саҡта үҙебеҙ ҙә ярҙам итеп ебәребеҙ. Изгелек эшләргә ынтылған баланың күңелен күтәреп, бер аҙ ярҙам итеп ебәрһәк, ул тағы ла ҡанатланып китә. Яҡшы уҡый, ҡустыһын да ҡараша. Телефонда тиҫтерҙәре кеүек уйын уйнап ултырмай, күберәк кешеләргә ярҙам итергә хыяллана. Күңеленең изге, йөрәгенең оло булыуына һөйөнөп бөтә алмайым, әсә өсөн ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме һуң? Кемдер улымдың күңелен ҡыйып, ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡуймаһын тип тә борсолам, – ти Нурия ханым.
Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер, тигәндәй Ҡашҡар ауылының иң кесе ирекмәне Нуршат Шәриповтың был изге эше, һис шикһеҙ, барыбыҙға ла, хатта ололарға ла өлгө булып тора.
Автор фотоһы.