“Честно говоря” порталының үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, Әлшәй районында Ләйсән Үтәшеваның олатаһы вафат булған.
Раевка ауылында йәшәгән Солтангәрәй Әделгәрәй улы Кирәевкә 89 йәш булған. Ул тормош иптәше Зөбәржәт Сәгәрйәр ҡыҙы менән 66 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән.
Белеүебеҙсә, Ләйсән Үтәшева йыш ҡына тыуған яҡтарына ҡайтып, олатай-өләсәһе янында була торғайны. Яҡташыбыҙ ғәзиздәре тураһында айырыуса бер йылылыҡ менән, ғорурланып һөйләне.
Ләйсән Үтәшеваның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Олатаһының ауыр тупрағы еңел булһын.
Фото: Ләйсән Үтәшеваның телеграм-каналынан.