Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
26 Март , 22:30

Етди бурыстар ҡуйылды

Унда ҡаланың үҫеше тураһында һөйләштеләр.

Етди бурыстар ҡуйылды
Етди бурыстар ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда Салауат ҡалаһы активы менән осрашты. Унда ҡаланың үҫеше тураһында һөйләштеләр.

– Бындай форматта беренсе тапҡыр осрашабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Шуның өсөн дә бөгөн асыҡ һөйләшеү өсөн мөмкинлектәр ҙур. Салауаттың яҙмышына, республикабыҙҙың бүтән бөтә муниципалитеттарына ҡараған шикелле, битараф түгелмен. Һеҙҙә шул хәтлем ныҡ ҡала. Интеграль рейтинг буйынса, төбәктең туғыҙ ҡалаһы араһында ул алтынсы урынды биләй. Ә халыҡ һаны буйынса – өсөнсө урында. Эре предприятиелар уңышлы эшләй, шул иҫәптән ҡаланы тотоп тороусы "Газпромнефтехим Салауат" йәмғиәте лә.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, 2025 йылда Салауат ҡалаһында яңы мәктәпте төҙөү башланасаҡ, шулай уҡ йәмәғәт киңлектәре, ихата биләмәләре һәм күп фатирлы йорттарҙың подъездары ла тәртипкә килтереләсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: