Хәҙерге заманда халыҡтың уртаса ғүмер оҙайлығы артты, шуға йәштәр тип һаналған осорҙо ла оҙайтырға кәрәк буласаҡ.
Был турала яңыраҡ Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Геннадий Онищенко белдерҙе. Унан алдараҡ “Ғаилә һәм Ватан” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте етәксеһе Григорий Гуров шулай тигәйне: “Йәш тип иҫәпләнгән осор 40 йәшкә тиклем оҙайтылырға тейеш”.
Федераль ҡануниәткә ярашлы, әле йәштәр ҡатламына 14 йәштән алып 35 йәшкә саҡлы социаль-демографик төркөм ҡарай. “Уны үҙгәртеү тураһында хоҡуҡи ҡарар әлегә әҙерләнмәй, әммә уйланырға урын бар”, – тине Онищенко. Ә Рәсәйҙең Федераль медик-биологик агентлығы башлығы Вероника Скворцова яҡын киләсәктә 60 йәшкә тиклемге бөтә кешене йәштәр ҡатламына индерәсәктәре тураһында әйткәйне.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы классификацияһы ошолай бүлә: 44 йәшкә тиклемгеләр – йәштәр, 45 – 59 йәштәгеләр – уртаса йәш, 60 – 74 йәштә – өлкән йәштәгеләр, 75 – 90 йәштәгеләр – ҡарт, 90 йәштән дә олораҡтар – оҙон ғүмерлелек.
Автор фотоһы.