Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Март , 13:00

Көҙәндә лә беҙҙе уҡыйҙар

Был тарафта йәшәүселәрҙең хәлдәрен белдек. 90 йәштән өлкән кешеләрҙең дә донъянан артта ҡалмай йәшәүҙәре һөйөндөрҙө.

Көҙәндә лә беҙҙе уҡыйҙар
Көҙәндә лә беҙҙе уҡыйҙар

“Башҡортостан” гәзитен алдырған, беҙҙең менән бәйләнеш булдырылған  ауылдарға барыуы күңелле. Ишембай районының Көҙән ауылына командировкаға юлланғас, тәүҙә почта бүлексәһенә кереп, унда матбуғат баҫмаларына яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Көҙән почта бүлексәһе начальнигы Алһыу Ғәлина, йәш кенә булһа ла, эштең рәтен белә. Почта бүлексәһе Көҙән, Ҡыҙыл Октябрь, Иҫкесәк ауылдарын хеҙмәтләндерә. Ике почтальон гәзит-журналдарҙы ваҡытында йорттарға таратып сыға.

Һәр яңы һанды көтөп алыу күренеш был ауылда ла һүрелмәгән. Матбуғат баҫмаларын даими алдырыусылар араһында 90 йәштән өлкән апай-ағайҙар ҙа бар. “Башҡортостан гәзите Көҙәндә ете өйгә килә.

Ташламалы 10 көнлөк ваҡытында гәзиттәргә яҙылыу ҙа әүҙемләшә. Кемдер почта бүлексәһенә килә, почтальондар өйҙәренә лә барып яҙҙыра.

Был тарафта йәшәүселәрҙең тормош көнкүреше тураһында гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: