Өфө ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә бик матур акция тураһында иғлан ителде. Ошо шәмбе, 29 мартта, баш ҡала урамдарын тәртипкә килтереү буйынса күмәк өмә ойошторола. Акцияла йәмәғәтселеккә билдәле булған кешеләр ҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының баш тренеры Виктор Козлов, Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт һарайы директоры Артур Бакиров, билдәле йырсылар Гөлсөм Бикбулатова, Искәндәр Ғәзизов, “Тауыш” телепроекты финалсыһы, хәҙер Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илдар Абдуллин, “Өфө-Алиса” гандбол командаһы капитаны Мария Тарасова һәм башҡалар. Улар өфөләргә видеояҙма аша өмәгә саҡырып мөрәжәғәт итә.
Шәмбе өмәһенә сығыусылар баш ҡалабыҙҙы таҙартыуға өлөш индереп кенә ҡалмай, иң әүҙемдәр бүләктәргә лә эйә була ала. Уларға бағыусылар меңдән ашыу бүләк әҙерләгән. “Өфөнө бергәләшеп таҙараҡ, сағыуыраҡ һәм уңайлыраҡ итәйек!” – тип өндәй ойоштороусылар.
Өфөлә йәшәүсе дуҫтар, ә һеҙ 29 мартта өмәлә ҡатнашаһығыҙмы?
Видеолар: vk.com/ufa