Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Март , 15:30

Республикала айырым программаны көсәйтеү мөһим

Табиптарҙы һаулыҡ һаҡлау системаһына йәлеп итеү өсөн уларға йәшәү, эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк.

Республикала айырым программаны көсәйтеү мөһим
Республикала айырым программаны көсәйтеү мөһим

27 мартта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең 2024 йылда башҡарылған эштәре буйынса сығыш яһаны. Дөйөм алғанда, депутаттар Хөкүмәттең эшен ыңғай баһаланы. 

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Хөкүмәт менән берҙәм эшләүҙәре тураһында белдерҙе.

– Был сығыштың әһәмиәте ҙур, сөнки ул беҙгә, депутаттарға, ҙур анализ формаһында бирелә. Хөкүмәт менән бергә эшләйбеҙ, ҡануниәт яғынан үҙгәрештәр индереү йүнәлешендә лә.

Хөкүмәт етәкселегенә халыҡтан килгән һорауҙарҙы еткерҙек. Андрей Назаров бөтә һорауҙарға яуап бирҙе. Әлбиттә, уларҙы эш барышында ла бирәбеҙ. Район һәм ҡалаларҙан килгән һорауҙарҙы ла Хөкүмәткә ебәреп, уларға тулы яуап алып торабыҙ.

Әлеге ауыр заманда ла төрлө тармаҡтарҙа – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф системаһы, юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ йүнәлешендә ыңғай үҙгәрештәр күп. Андрей Геннадьевич әйтеүенсә, былтыр 314 табип эшкә килгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләргә белгестәр етмәй. Республикала айырым программаны көсәйтеү мөһим. Табиптарҙы һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡайтарыу өсөн уларға йәшәү, эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк, тип уйлайым, - тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Мәғлүм булыуынса, былтыр һаулыҡ һаҡлауҙы финанслау күләме 110 миллиард һумдан ашҡан. Шулай уҡ 68 һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәрелгән. 135 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияһы ҡуйылған - 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 19 табип амбулаторияһы, дүрт дөйөм практика табибы офисы, бер участка дауаханаһы. Былтыр төрлө профилле программалар сиктәрендә 279 медицина хеҙмәткәре 280 миллион һумлыҡ компенсация түләүҙәре алған.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: