Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Март , 07:00

Тиҙ әҙерләнә торған бәлеш

Өҫтәл ултыртҡансы бешеп сыға ул.

Тиҙ әҙерләнә торған бәлеш
Тиҙ әҙерләнә торған бәлеш

Емеш-еләктән был бәлеште әҙерләр өсөн артыҡ күп нәмә лә кәрәкмәй, эшләүгә ябай ғына, өҫтәл ултыртҡансы, сәйгә тәмле генә бәлешең бешеп тә сыға.

Кәрәк була:

ике йомортҡа;
бер сынаяҡ шәкәр;
10 аш ҡалағы әсегән һөт;
8 аш ҡалағы көнбағыш майы;
сода йәки ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель);
он

Эслек өсөн төрлө туңдырылған еләк, минеке - ҡарағат.

Ике йомортҡаны һытабыҙ, өҫтөнә шәкәрҙе һалып туҡып алабыҙ, әсегән һөттө өҫтәйбеҙ ҙә соданы (ҡамыр йомшатҡысты) һалып тағы берҙе туғыйбыҙ, майҙы һалып, ондо ҡушып тағы болғайбыҙ, мин сәнске ҡулланам, ҡамыр саҡ ҡына ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ булырға тейеш.

Эслекте әҙерләйбеҙ: еләкте иретмәйбеҙ, үҙегеҙгә күпме кәрәк айырып һауытҡа һалағыҙ ҙа, аҙ ғына он өҫтәп (крахмал һалһаң да була) ҡалаҡ менән болғап алабыҙ. Ни өсөн былай эшләнәме, еләктәр форманың төбөнә төшөп ятмаһын өсөн.

Шунан еләктәрҙе ҡамыр менән ҡушып ныҡ ҡына итеп бутайбыҙ һәм формаға һалып мейескә (духовка) оҙатабыҙ - 40 минутҡа.

Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп сығырға була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: "Уңғанбикәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән.

Тиҙ әҙерләнә торған бәлеш
Тиҙ әҙерләнә торған бәлеш
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: