28 мартта Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитетының күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Көн тәртибендә - кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн республикала урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу тәжрибәһе.
Кәңәшмәлә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, төбәк Хөкүмәте ағзалары, предприятиелар вәкилдәре, шулай уҡ бөтә илдән профилле ведомстволар һәм колледждар етәкселәре ҡатнашты. Фекер алышыу модераторы – Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Ирина Белых.
- Ил өсөн кадрҙар әҙерләү Рәсәйҙең технологик суверенитетын тәьмин итергә мөмкинлек биргән иң мөһим бурыс икәнлеген аңлайбыҙ, - тине Ирина Белых.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм республикала урта профессиональ белем биреү (СПО) системаһын үҫтереү буйынса эштең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
– Кадрҙар әҙерләү һәм дөйөм алғанда урта һөнәри белем биреүҙе нығытыу мәсьәләһе - дәүләт бурысы. Хәҙерге этапта сәнәғәтте әүҙем үҫтереү өсөн ярайһы уҡ күп профессионалдар талап ителә. Һәм уларға ихтыяжды һаман ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостандың күп һанлы махсус белем биреү учреждениеларын һаҡлап ҡалыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙҙә 92 колледж һәм 44 филиалы бар. Улар һаны буйынса беҙ илдә лидерҙарҙың береһе.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, колледждар инфраструктураһын һәм уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға өҫтөнлөк биреү. Икенсе йүнәлеш – уҡытыусылар һәм студенттар өсөн мотивация системаһын булдырыу. Өсөнсө йүнәлеш - предприятиелар менән үҙ-ара эш итеү.
– Иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтары өсөн эшсе кадрҙарға ихтыяжды иҫәпкә алып, беҙ ҡабул итеүҙең контроль һандарын ике тапҡырға арттырҙыҡ – тәүҙә 1 600 бюджет урынына һәм быйыл тағы ла 2 меңгә, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Әммә предприятиелар өсөн колледждар менән эшләү – ике яҡлы хәрәкәт. Әгәр предприятие бәләкәй генә булһа ла стипендия түләһә, һәр егет йәки ҡыҙ ҙур шатлыҡ менән практика үтәсәк.
Был өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү буйынса Республика советы булдырылды, тип билдәләне төбәк башлығы.
– Колледждарҙың, муниципалитеттың, профилле предприятиеларҙың һәм, әлбиттә, төбәктең идара итеү командаларының көсөн берләштереп кенә был йүнәлеште һөҙөмтәле үҫтерергә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. - Рәсәй Мәғариф министрлығы ла беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу белем биреү учреждениеһының бөтә ландшафтын үҙгәртә.
Мәғлүм булыуынса, «Профессионалитет» проекты сиктәрендә республикаға 1,6 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән. Шуның арҡаһында 2025 йылда төбәк колледждары базаһында 19 белем биреү-производство һәм белем биреү кластерҙары эшләйәсәк. Уларҙың үҙәктәре яңыртылған колледждар буласаҡ. Бындай кластерҙар һаны буйынса Башҡортостан илдә лидерҙар иҫәбендә.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Ирина Белых Башҡортостандың урта профессиональ белем биреү (СПО) системаһы өлкәһендәге тәжрибәһен юғары баһаланы.
- Был мәсьәлә буйынса һәр төбәктә етәксе ҡарамағындағы Совет юҡ. Башҡортостанда иһә кадрҙар сәйәсәтенең генераль линияһы тейешенсә формалаша тигәнде аңлата. Һәм һеҙ эшсе һөнәрҙәрен һайлаған балаларға ҡарата ихтирам тураһында һөйләгәндә тулыһынса хаҡлыһығыҙ. Бөгөн республика Башлығының күсмә ултырышта әүҙем ҡатнашыуы - ҙур хөрмәт һәм һеҙҙең менән шөғөлләнгән мәсьәләнең әһәмиәтен раҫлау, – тине Ирина Белых.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин республиканың урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү йүнәлештәре тураһында һөйләне. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин республика парламентарийҙарының закондар сығарыу инициативаһы тураһында һөйләне. Улар «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль законына үҙгәрештәр проектын әҙерләгән. Һүҙ республикала урта профессиональ белем биреү (СПО) системаһын учреждениеларын тамамлаусыларҙы ирекле бүлеү мөмкинлеген нығытыусы положениелар тураһында бара. Ирина Белых тәҡдим ителгән закон проектын хупланы.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Ирина Ивенских кәңәшмә алдынан парламентарийҙар республиканың алдынғы уҡыу йорттарында – Өфө күп профилле профессиональ колледжында һәм Ростехтың Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе нигеҙендәге производство-уҡытыуу үҙәгендә булғанын әйтеп үтте. Төбәктә белем биреү программаларын иҡтисадтың реаль ихтыяждары менән синхронлаштырыу системаһы төҙөлдө, тип билдәләне ул. Был студенттарҙың профессиональ һәм шәхси үҫеше өсөн уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ итә.
Комитет ағзаһы Виктор Смирнов Өфө моторҙар төҙөү берекмәһенең Производство-уҡытыу үҙәгенең үҙенсәлеген билдәләне.
- Үҙәк цехтарҙа ҡулланылғанға оҡшаш заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был студенттарға тәүге көндән алып етештереү нормаһының 70 процентын үтәргә, ә өс айҙан һуң 100 процентҡа сығырға мөмкинлек бирә, – тине Виктор Смирнов. Ул шулай уҡ үҙәктең эшмәкәрлеге сәнәғәттә кадрҙар дефицитын бөтөрөүгә йүнәлтелгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе республиканың 11 колледжы менән хеҙмәттәшлек итә, студенттарға артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирә.
– Төбәктең һәм предприятиеларҙың белгестәр әҙерләү өсөн шарттар булдырыуын һәм стипендиялар түләүҙән алып йәш эшселәр өсөн торлаҡ төҙөүгә тиклем социаль яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуын күрәбеҙ, – тине Виктор Смирнов.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов үҙенең сығышында маҡсатлы уҡытыуҙы ойоштороу темаһына ҡағылды. Бынан тыш, Салауат Сәғитов сығарылыш уҡыусыларына «Земство уҡытыусыһы» федераль программаһында һәм «Ауыл уҡытыусыһы» төбәк проектында ҡатнашыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.
- Һөнәргә йәлеп итеү буйынса эш күп яҡлы һәм комплекслы ҡараш талап итә, – тип билдәләне ректор. - Был категория өсөн айырым квота яңы әҙерләнгән белгестәрҙе ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡһындырырға мөмкинлек бирер ине. Әлегә конкурстарҙа тик йәш уҡытыусылар ғына ҡатнаша.
Ирина Белых «Ауыл уҡытыусыһы» республика проектын юғары баһаланы һәм уны иң яҡшы тәжрибәләр иҫәбендә билдәләне. Рәсәй Мәғариф министрлығының башланғыс һөнәри белем биреүҙең яңы моделен презентациялау күсмә ултырыштың төп темаларының береһе булды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иҡтисадтың заманса шарттарын һәм һорауҙарын иҫәпкә алып, был йүнәлешкә ҡараштарҙы тикшерҙе. Сара аҙағында Радий Хәбиров закон сығарыусыларға берлектәге емешле хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Ирина Белыхҡа һәм Граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Яна Лантратоваға Халыҡтар Дуҫлығы ордены тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru