Рөстәм китеп, күп тә үтмәне, Индира сирләй башланы. Ябыҡты, хәле бөттө, ҡан баҫымы төштө. Илап хәле бөткән ҡатындың тамағына аш барманы. Ашарға тырышһа ла, уҡшытып йонсотто. Ә бер төндә ул төш күрҙе...
Бәләкәй саҡтан ҡурсаҡ менән уйнарға яратты Индира. Уларҙы теҙеп ултырта ла үҙе “әсәй” булараҡ хәстәрләй башлай: береһен ашата, икенсеһен йыуындыра, өсөнсөһөн матур итеп кейендерә... Ә үҙенән алты йәшкә бәләкәй ҡустыһы тыуғас, сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне тиерлек. Һәр ваҡыт әсәһе эргәһендә бәпесте ҡарашты, уның иң ҙур ярҙамсыһына әүерелде.
Ҡустыһын, аҙаҡ һеңлеһен ҡарашып үҫтергән Индира сабыйҙарҙан ялҡманы, арыманы. Үҫеп еткәс тә балаларҙы яратыуҙан туҡтаманы һәм бар йөрәге менән үҙенеке булыуын теләне. Шуға күрә уға карьера ла әллә ни кәрәк түгел ине, тиң кешегә кейәүгә сығып, ҙур ғаилә ҡороп, тыныс ҡына йәшәгеһе килде.
Йәшлек осоронда Рөстәм исемле егет менән танышып, матур ғына дуҫлашып киттеләр, институтты тамамлағас, өйләнештеләр. Эшкә төшөп, бәхетле генә йәшәй башланылар. Тик бына ашҡынып көткән сабый ғына һаман юҡ ине. Бергә тороуҙарына ике йыл тулды, өсөнсөһө китте. Ә бәпес юҡ. Туғандары, хеҙмәттәштәре лә ялҡыта:
– Йә, етәр үҙегеҙ өсөн генә йәшәргә. Сабый кәрәк!
– Хәҙер йәштәр аҡыллы, бәпес табып өйҙә ултырғылары килмәй...
– Бик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, ваҡыт үтә лә китә ул.
Индираның йөрәген телгеләй ине был төрттөрөүҙәр. Тик мах бирмәне йәштәр.
– Үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ шул! Өлгөрөрбөҙ әле бәпес йүргәктәренә батып ултырырға. Карьера яһарға кәрәк, – тип яуапларға күнекте ул.
Ә үҙҙәре әллә ҡасандан дауахана юлын тапай. Тикшереүҙәр, анализдар күп ваҡытты һәм аҡсаны ала. Иренең һаулығы уртаса, уның балалары йә була, йә юҡ, тинеләр һөҙөмтәлә. Ә бына Индираға “түлһеҙ” тигән диагноз ҡуйылды. Имеш, дауалауҙан файҙа булмаясаҡ. Аптыраған йәштәр әбей-бабайҙарға, имселәргә лә йөрөп маташты. Әллә нисәмә “изге урынға” барып ҡаранылар. Барлыҡ “йолаларҙы” үтәп бөттөләр. Тик бер ғәмәлдең дә файҙаһы теймәне.
Бергә йәшәүҙәренә алты йыл тигәндә, Индира менән Рөстәм ЭКО эшләп ҡарарға булды. Бының өсөн ҙур аҡса кәрәклеген белә ине улар, шуға алдан уҡ йыйғайнылар. Процедура еңел түгел, оҙайлы, һаулыҡҡа ла зыяны бар. Тик ата-әсә булыу теләге көслөрәк. Ҡиммәтле клиникаларҙың береһенә барып, ярты йыл буйы йөрөгәс, көткән көн килеп етте: процедура яһалды. Эйе, еңел бирелмәне ул. Ҡаҙалған гормондар ҙа эҙһеҙ үтмәгәндер. Тик эҙемтәләр улар өсөн мөһим түгел ине.
Индираның һөҙөмтәне нисек көткәнен белһәгеҙ икән! Төндәрен йоҡламаны, ҡурҡты, хыялланды, иланы, шатланды... Рөстәм менән бергә хыялландылар. Малаймы, ҡыҙмы тип бәхәсләштеләр, уларға исем һайланылар. Игеҙәк булһа ла риза инеләр, сөнки уларға ике яралғы ултыртҡайнылар. Табиптар, әлбиттә, береһе үҫеп китһә лә, мөғжизә булыр тип иҫкәрткәйне. Тик өмөт тигәнең бар бит. Өмөтләнде Индира, ныҡ өмөтләнде. Әммә... Юҡ шул, килеп сыҡманы. Улар был ниәте тураһында ата-әсәһенә һәм туғандарына ла әйткәйне. Һорауҙар биреп, йәнә уларҙы өҙгөләнеләр.
Беренсе ЭКО-нан һуң икенсеһе булды, өсөнсөһө... Юҡ, бирергә теләмәне Хоҙай теләгәндәрен. Ирле-ҡатынлының мөнәсәбәттәре боҙола башланы. Индира бөтә донъяға һәм иренә үпкәләне. Депрессияға бирелде, бер ни ҙә ҡыуандырмай башланы уны. Үҙҙәре ҡиммәтле процедура өсөн кредитҡа батып бөттө. Ире менән саҡ ҡына үпкәләшһәләр ҙә, ҙур ғауға сыға ине.
– Бар, сығып кит, түлле ҡатынға өйлән. Һинең яртылаш булһа ла өмөтөң бар, ә минән – юҡ, – тип иланы ул.
Аралар айырылышыуға барып етте тигәндә, Рөстәм Мәскәүгә эшкә сығып китте. Быны махсус эшләне ул. Нисек кенә булмаһын, ҡатынын ярата ине. Ошондай көндәлек талашыуҙар менән бөтөнләй араны боҙмау өсөн бер аҙға булһа ла йыраҡҡа китеп торорға хәл итте.
Рөстәм китеп, күп тә үтмәне, Индира сирләй башланы. Ябыҡты, хәле бөттө, ҡан баҫымы төштө. Илап хәле бөткән ҡатындың тамағына аш барманы. Ашарға тырышһа ла, уҡшытып йонсотто. Ә бер төндә ул төш күрҙе: бәләкәй генә ҡыҙыҡай: “Әсәй, оҙаҡламай мин киләм, атайҙы ҡайтар”, – тине.
Дауаханаға барғанда, уның ауырына дүртенсе ай киткәйне...
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.