Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Март , 08:00

Туң итте нисек тиҙ генә иретергә?

Был ысул бер нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы экономиялай! 

Туң итте нисек тиҙ генә иретергә?
Туң итте нисек тиҙ генә иретергә?

Заманы шулаймы икән: ваҡыт етмәй! Бөтә нәмәне тиҙ башҡарырға кәрәк. Хужабикәләр өсөн был ашарға әҙерләүгә лә ҡағыла. Ҡайһы берҙә эштән ҡайтып тиҙ генә ризыҡ әҙерләргә кәрәк, ә туңдырғыста ятҡан ит туп-туң. Уны тиҙ генә иретеү ысулы бар икән! Эйе, микроволновкаға ҡуйып алырға була, тик беренсенән, ул бөтәһендә лә юҡ, икенсенән, күптәргә иретеү сифаты оҡшап етмәй.

Шулай итеп, туң итте тәбиғи шарттарҙа ла тиҙ генә иретеп була. Бының өсөн һеҙгә тоҙ һәм һалҡын һыу кәрәк буласаҡ. Бер яҡтан ҡайнар һыу эште тиҙләтер кеүек, ләкин был дөрөҫ булмаған фекер: эҫе һыу эште боҙасаҡ ҡына.

Тәрән табаҡ алабыҙ ҙа унда һалҡын һыу һалабыҙ. Уға 3-4 аш ҡалағы тоҙ һалабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Ошо ябай ысул боҙҙо тиҙерәк иретә икән. Итте тоҙло һыуға 20-60 минутҡа һалығыҙ, ошо ваҡыт етәсәк. Әгәр былай итмәһәгеҙ ит бер нисә сәғәт буйы иреп, ҡәҙерле ваҡытығыҙҙы аласаҡ.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: