Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Март , 14:30

Уларҙың бөтәһе лә иҫән! Атайҙары ла!

Мысырҙа ял иткән ғаиләнең яҡындары менән ҡайғы уртаҡлашып бөткән булғандар...

Уларҙың бөтәһе лә иҫән! Атайҙары ла!
Уларҙың бөтәһе лә иҫән! Атайҙары ла!

Кисә Мысырҙа батискаф батҡан, унда Рәсәй туристары һәләк булған тип ил менән гөрләшеп алдыҡ. Телеграмда федераль каналдар унда Татарстандан табиптар ғаиләһе – ир менән ҡатын һәләк булды тип яҙҙы. Һәм ҡатындың, Кристинаның Борай ҡыҙы булыуы асыҡланды. Тәүге мәғлүмәт буйынса 38 йәшлек Кристина менән ире 40 йәшлек Рауил Вәлиуллин һәләк булған, 10 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары дауаханала.

Тик ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашҡан арала Кристинаның да иҫән ҡалыуы асыҡланды. Баҡһаң, ҡабаланлыҡ менән Мысыр табиптары фамилияларҙы бутаған һәм яҡташыбыҙҙы үлгәндәр исемлегенә индергән. Ә Татарстандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғаиләнең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып өлгөргән.

Әле иһә тағы бер бик матур яңылыҡ билдәле булды – Кристинаның ире Рауил Вәлиуллин да иҫән! Был турала 116.RU порталы хәбәр итә.

“Эй Хоҙайым, рәхмәт! Ата-әсәләре менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, беҙ бында ҙур ғаилә, бәлә килгәндә берләштек. Кристинаның әсәһе улар иҫән, бөтәһенә лә рәхмәт тине. Ире лә тере!” – тип һөйләгән ғаиләнең яҡын кешеһе журналистарға.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Синдбад” батискафы кисә батҡайны. Уның эсендә 50 кеше, шул иҫәптән 45 Рәсәй туристы, Һиндостан, Норвегия һәм Швеция кешеләре булған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса алты Рәсәй гражданы һәләк булған. 29 кеше дауаханала, уларҙың дүртеһе реанимацияла.

Фото: Телеграм. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: