Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә 100 йәшлек Зоя Боброваны күркәм байрамы менән ҡотлаған.
– Зоя Антоновна – тарихтың көҙгөһө генә түгел, ә осрашып һөйләшерлек кешеләрҙең береһе лә, – тип яҙған Рөстәм Нил улы.
Зоя Боброва 1931 йылдан алып Өфө ҡалаһында йәшәй. Йәш ҡыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында "Мир" фабрикаһында тир түккән. Әйткәндәй, ошо фабрика һуғыш ваҡытында һалдаттарҙы кейем-һалым менән тәьмин иткән.
Зоя Антоновна билдәләүенсә, оҙон ғүмерле булыуҙың сере ябай – хеҙмәт һөйөргә кәрәк, бер эштән дә ҡурҡмау зарур. Тағы ла бер мөһим әйбер – әҙәм балаһы нәфсеһен тыйһын, өҫтәл артында тығынып ултырмаһын, әҙ генә асығып йөрөү – кеше өсөн иң файҙалыһы.
Фото: Рөстәм Хәмитов.